

Учалы район суды хәбәр итте(http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=202): районыбыҙҙағы бер кеше элекке эш биреүсеһенә 1 миллион һумға дәғүә ҡуя. Шулай уҡ суд сығымдарына, адвокатҡа киткән 15 мең һум компенсация талап итә. 1988-2020 йылдарҙа эш биреүселә хеҙмәт башҡарып, 30 процентҡа хеҙмәткә һәләтлек юғалтыуы менән нигеҙләй. Шуға ла эштән китергә мәжбүр булған.
Суд барышында, эш биреүсе тейешенсә хеҙмәт һаҡлау шарттарын булдырмауы һәм ошо арҡала хеҙмәткәрҙең профессиональ сир пәйҙә булыуын асыҡлай.
Эш биреүсенән 200 мең һум күләмендә хеҙмәткәргә әхлаҡи зыянды ҡаплатыу тураһында ҡарар сығарыла. Материал әҙерләнгән мәлгә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле.