Бөгөндән, йәғни 20 августан башлап магнит дауылдарын иҫкәрткән геомагнит ҡабыныуҙары көтөлә. Айҙың иң көслө магнит дауылы киләһе шишәмбе көтөлә. Метеоһиҙгер кешеләр уны ныҡ тоясаҡ. Ғәҙәттә бындай көндәрҙә хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, баш әйләнеүе, быуындар һыҙлауы, йоҡоһоҙлоҡ, ҡуҙғыу-санлыҡ күҙәтелә. Эшләү һәләте кәмей. Магнит дауылы йоғонтоһо башлыса балалар менән оло йәштәгеләргә тәьҫир итә. Көн дауамында күптәр төрлө хәлдәрҙә стресс кисерер.