

Беҙҙең өйҙә төрлө тоҙло-моҙло тәмлекәстәр "һә" тигәнсе ашала. Ғаиләмдең иң яратҡаны- тоҙло ҡыяр менән майлы борос. Тыуған яғым- Күгәрсендә боростоң ауыҙҙы өтөп торғанын да, татлыһын да үҫтерәләр. Шуға ла боросто төрлөсә эшкәртәбеҙ. Бөгөнгө һүҙем-майлы борос хаҡында. Бына 17 йыл тирәһе ошо ысулды ғына ҡулланам - бер өйрәнгән ғәҙәтемде һис алыштырып булмай)) Йә, оҙон һүҙҙең-ҡыҫҡаһы, һөйләп ебәрәйем булмаһа. Башта 4 кило татлы боросто орлоғонан таҙартып (ауыл баҡсаһында үҫкән борос орлоғо менән дә тәмле килеп сыға, баҙарҙан алғандың орлоғо ҡаты), башта дүрткә, аҙаҡ тағы урталай телергә кәрәк (борос үтә ҙур булмаһа, дүрткә генә телеп тә һалам). Шунан ҙур табаҡҡа һалғас, 1 стакан шәкәр, ярты стакан тоҙ, стакан ярым көнбағыш майы, ярты стакан 9% аш һеркәһе, 2 стакан һыу ҡойоп утҡа ҡуйырға кәрәк. Хәбәр һатып тороп, бутарға ғына онотоп ебәрмәгеҙ))) Әммә үтә йыш та бутамағыҙ, йә иҙеп ҡуйырһығыҙ.
Ҡайнап сыҡҡас, 25-30 минут тирәһе, йәғни йомшарғансы, ҡайнатырға. Һүндерерҙән 5 минут тирәһе алдараҡ 8 теш һарымһаҡ (теләһәгеҙ күберәк һалығыҙ), йәшел тәмләткес үләндәр һалып ебәрегеҙ. Иҫ киткес матур һәм тәмле килеп сығасаҡ! Инде алдан әҙерләп ҡуйған банкаларға башта боросто һалығыҙ, аҙаҡ өҫтөн тултырғансы тоҙлоғон (маринадын) ҡойоп ябығыҙ. Үәт, шулай!!! Бындай тәмле, майлы боросто һыуытҡыста һаҡлар кәрәк. Шуны онотмағыҙ, йәме! Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым!!!!
(Гөлназ Ишемғолова)