

Иглин районында полиция хеҙмәткәрҙәренә һуҡҡан ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙылар. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.
Был хәл ағымдағы йылдың май айында була. Ваҡиға ғәйепләнеүсенең йорто эргәһендә теркәлә. Юл патруль хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш руль артына ултырған водителде туҡтата. Ҡатын водителде белә һәм уға ярҙам итергә уйлай. Танышын ҡулға алмаһындар өсөн полицейскийҙарға ташлана, аяҡтары менән тибә, һуға. Ҡатын ғәйебен таный һәм ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителә.