

Бәғзе кешеләр РФ территорияһында законһыҙ рәүештә теркәлә. Ҡағиҙә булараҡ, яҡын сит ил граждандары тураһында һүҙ бара.
Рәсәй Федерацияһында даими теркәлеү ил граждандары өсөн генә тәғәйен социаль гарантиялар менән файҙаланыу, яҡшы эшкә урынлашыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһындыра уларҙы. Әммә фиктив (ялған) рәүештә теркәлеү, иҫәпкә тороу – закон боҙоу, бындай ҡылмыш өсөн административ йә екнәйәт яуаплылыҡтары ҡаралған.
-Ялғанлыҡ ниҙән ғибәрәт? –ти Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең Миграция бүлексәһе начальнигы Радик Юнысов .-Прописка штампы ҡуйҙырыу өсөн ялған документтар , үҙе тураһында ялған мәғлүмәт биреү йә ысынбарлыҡта йәшәргә йыйынмаған адрес буйынса теркәлеү. Ысынбарлыҡта йәшәмәгән адрес буйынса теркәлеүселәр ҙә, теркәткән йорт хужалары ла берсә яуапҡа тарттырыла. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына үҙҙәре булышлыҡ иткән граждандар ғына язанана азат ителеүҙәре мөмкин. Закон боһоусыларҙы нимә көтә? 100-300 мең һум күләмендә штраф, мәжбүри эштәргә хөкөм ителеү йә 3 йылға тиклем ирек сикләнеү.
16-18 август Учалы районында “Резина фатир” тип аталған оператив-профилактик операцияның 2-се этабы үтте.Барлығы миграцияға бәйле 6 протокол төҙөлдө, административ штрафтар һалынды. Шул иҫәптән 4 хоҡуҡ боҙоусы – Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина граждандары, 2 кеше – уларҙы закон боҙоп ҡабул иткән РФ граждандары.
Шулай уҡ 2 енәйәт эше ҡуҙғатыла (РФ Енәйәт кодексының 322.3-сө статьяһы), тикшереү бара. Ялған рәүештә 4 Ҡырғыҙстан, Ҡаҙахстан кешеләрен үҙ адрестары буйынса пропискаға ҡуйҙыртҡан ике яҡташыбыҙға (Учалы ҡалаһында һәм бер ауылда) ҡаты яуап тоторға тура киләсәк.
-“Резина фатир” операцияһы үтте лә, эш тамам , тип уйламағыҙ –легаль булмаған мигранттарҙы, ялған рәүештә миграция иҫәбенә тороу осраҡтарын асыҡлау артабан да дауам итәсәк, - ти Радик Хәҙис улы.