Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Август 2021, 09:01

Телевизор буры һуғышҡаҡ та икән

Аҡыл ултыртыу өсөн 3,5 йыл ваҡыт бирелә

Телевизор буры һуғышҡаҡ та икәнТелевизор буры һуғышҡаҡ та икән
Телевизор буры һуғышҡаҡ та икән

Учалы район суды сираттағы енәйәт эҙемтәһе тураһында хәбәр итте (сығанаҡ -http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=203).
Бер яҡташыбыҙ телевизор урлаған өсөн хөкөм ителгән була. Алдан да таныш булғандармы, быныһы беҙгә билдәһеҙ, әммә былтыр ноябрь айында телевизор хужалары менән тағын осраша. Тегеләре дәғүә белдергәстәре, туҡмарға керешә. Йоҙороҡ менән дөмбәҫләп, аяҡ менән типкеләп икеһенең дә сәләмәтлегенә ауыр зыян яһай.
...Һәм һаман да тынысланмай бит әле, күп тә тормай икенсе урында булғанында телефон урлауы фашлана.
Был тапҡырында әпәкәй-сәпәкәй тип тормайҙар, суд ҡарары менән 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителә. Ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында. Материал әҙерләнгән мәлдә хөкөм законлы көсөнә инмәгән ине әле, әммә йомшағыраҡ яза булыуы икеле – хөкөм ителеп тә, аҡылға ултырмауы ап-асыҡ күренә бит.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас