

Боҙ кеүек туңып ҡатҡан хәрәкәтһеҙ тәнен дә тоймай хатта, тик төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа төбәлгән күгәрсен күҙе сәскәһеләй күҙҙәр яуап эҙләй-эҙләй мәңгегә ҡатып ҡала...
Ҡасандыр тип тә булмай, бынан ике тиҫтә самаһы йылдар элек кескәй ауылдың оло фажиғәһенән тетрәнмәгән йән булмағандыр. Балалары тарафынан мәсхәрәләнеп, аслыҡта йән биргән әсәй кеше бындай язаға хаҡ инеме һуң? Ғәфү ит, Алламдың изге бәндәһе, ҡәбер тынлыҡтарыңды боҙоп телгә алғаным өсөн, керһеҙ күңелең бар ғүмергә балаларым тип өҙгөләнеп, ҡәҙерһеҙ генә китеүе үкенес, әлбиттә. Ә бит ул иртә яңғыҙ ҡалып, балаларын бер яңғыҙы көтә ине...
Өләсәйемдең яҡын әхирәте булараҡ, яҡшы белә инем уны. Һәр ваҡыт йөҙөнән йылмайыу китмәгән, егәрле, күк күҙле инәй ине. Балаларын хаттин яратыуын исемдәренә бәпесем ялғауын ҡушыуынан да аңларға була ине.
Яратыу... Бала яратыу... Ә уның самаһы бар микән? Артыҡ иркәләү, әпәүләүҙәр? Мәктәп йылдарынан уҡ башҡалар йәберенән аралайым тип уҡытыусылар менән яманатланып бөтә әсәй кеше, аталары иртә вафат булғас кем яҡлашыр тигәндер инде, үҫә төшкәс, әсә яҡлауына һылтанып кеше әйберенә тейә, тәмәке, башҡа тыйылғандарға йоғона улдары. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙы ла әсәй ҡанатынан аҫтына кире ҡайтып йығыла, еңмешләнеп бер улы кәртә артына сығып аҫылына.
Гелән генә шәп булып булмай шул, беләктән көс ҡайтып мал тыуар көтә алмай башлағас (ә балалар көтөргә лә уйламай) әсә түшәккә йығыла. Береһе ирҙән, береһе төрмәнән ҡайтҡан ҡырҡты ашаҡлаған балалар таяуһыҙ ҡала, хәлһеҙ ятҡан әсәләрен дер һелкетеп аҡса таптыра башлайҙар. Хәл белергә ингән күрше күләнде индермәй, күстәнәстәре менән ризыҡланып кәйеф асалар... Төпһөҙ күк ҡаралығына сумған күҙҙәр, күк күгәрсен күҙе сәскәһеләй генә...
Күпме ғәзиз булыр йән үҙ ҡәҙерлеһенән әжәлен табып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөр миҙгелендә доньялыҡтан китә. Ояты ни тора тиеп, кемдер йәшерә, үлем сәбәптәрен таба, кемдер бик оҙаҡтан һуң ғына, выжданы ғазабынанмы, дөрөҫөн әйтеп һала.
Кем һин, төн йоҡомдо йоҡламай, аҡ һөтөмдө имеҙеп үҫтергән Йән?! Ҡыуаныс-таянысмы, әллә аянысмы? Мин үҙем һине шундай әүәләнемме, әллә яманатлы заманамы? Һорауҙар күп, яуаптар ҙа. Тик барыһы ла әйтер урталыҡ ул - сама белеү. Ҡалыпҡа һеңгән бит инде, мәктәптә өлгәшмәһә - һылтау кәрәк,еңеләйтәбеҙ, имеш. Әрме йәше етһә, сир табып алабыҙ - буш ваҡыт үткәреп, тип. Өөйләнһә, кейәүгә сыҡһа — кейәү, килен тәрбиәһеҙ, тип айырып алабыҙ - артыҡ балам юҡ, тип.Ҡайҙандыр сәбәп эҙләргә кәрәкмәй минеңсә, бар бәлә тәрбиәнән! Ни тиклем хәҡиҡәт әсе булмаһын, бала ла өйрәнергә, яраҡлашырға, эшкә өйрәнергә тейеш тә бит...
Ҡылынған хилафлыҡ та язаға тарырға тейеш тә, тик текә урын, затлы ҡағыҙ, дан дәрәжәне төшөрмәй. Ни йөҙө менән йәшәйҙер ундай заттар, нисек ерәнмәйҙер ҙә ер уларҙан. Күҙ йәштәрен түгеп, хатта ышандырып маташыуҙары?!
Кисәге хәл кисә ине, ә бит бөгөн уртаҡ аҙаҡлы яҙмыштар ифрат күбәйҙе. Уйланаһыңмы һин Әсә?! Сәңгелдәктә ятҡан сәңгер йән йылы һөйөр йыланға әүерелмәһен, көс ғәйрәтен беләктә күрһәтеп йәнеңде алмаһын, Аллам һаҡлаһын!
Кеше яҙмышын бәйән итеп хикмәт эҙләмәйем, ғибрәт булһын да, кемдер хатаһын аңлаһын. Яҡындарын рәнйеткәндәр тәүбәгә килеп, хаталарын аңлаһын.
...Устарымда ятҡан кескәй сабый, тешһеҙ урттары менән күкрәгемде семетеп ҡыҫа. Сеү,балаҡай! Беләгемдең көсөн алһаң да, йөрәгемдең көсөн алма инде?!
Миңзәлә Сирғәлина.