Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Август 2021, 05:15

Янут балаға ташланған

Зоопаркта ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән

Янут балаға ташланғанЯнут балаға ташланған
Янут балаға ташланған

19 августа «Ҡунаҡһарай» биләмәһендә урынлашҡан «Обнимашки» зоопаркында ғәҙәттән тыш хәл булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янут бер йәшлек балаға һәм уның ата-әсәһенә ташланған. Табиптарға баланың битендәге яраны тегергә тура килгән. Өлкәндәрҙең ҡулдары йәрәхәтләнгән.

Зоопарк вәкилдәре ғәҙәттән тыш хәл тураһында ентекле мәғлүмәт бирмәне, ләкин «хәлде тикшерәбеҙ» тип ышандырҙы. Әлегә зоопарк штат режимында эшләй.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың июненән контакт зоопарктарында йыртҡыс хайуандарға яҡын барыу тыйылған. Янут та ошо исемлектә бар.

 

https://www.bashinform.ru/news/1631736-v-kontaktnom-zooparke-ufy-enot-napal-na-godovalogo-rebyenka-i-ego-roditeley-/

Автор:Алия Даутова
Читайте нас