

Ошо гәзит биттәрендә күптәр кәңәш һорай, битараф булмағандарҙан ярҙам да ала. Шуға күрә йөрәгемде ярып килгән хистәрем тураһында яҙмаҡсымын. Зинһар, ҡаты бәрелмәгеҙ. Өлкән апайҙарҙан, минең юлды үткән ҡатындарҙан кәңәш һорайым. Уйҙарымдан арынырға ярҙам итегеҙ...
Декрет ялына сыҡҡайным ғына, ирем эшһеҙ торҙо ла ҡалды. Ҡалала фатирҙы ҡуртымға алып торғас, иремдең ата-әсәһенә күсеп ҡайтырға мохтаж булдыҡ. Ата-әсәйем апайымдың ғаиләһе менән йәшәгәнгә, улар менән бергә буталғы килмәне. Бәпәй тапҡансы ҡәйнәм шуны эшлә, быны эшлә тип атыратты, хатта ҙур-ҙур ҡабаҡтарҙы индереүемде һорай башланы. Улар ни инде, тәгәрәтәм дә индерәм. Улай итһәң, ҡабаҡтар боҙола икән, күтәрергә кәрәк. Шулай итеп ҡыҙымды ваҡытынан алда таптым. Бигерәк тынғыһыҙ булды. Төнөн илаһа, ҡәйнәм елтерәтеп урамға сығарып ебәрә ине. Сөнки барыһы ла өйҙә арыған ял итергә кәрәк. Ирем дә әсәһенән ҡурҡып ҡына торҙо. Бер аҙҙан эш табып, ҡалаға сығып китте. Урам менән өй араһында йөрөй торғас, һалҡын тейҙерҙем. Быны ишеткән әсәйем, бер машина аҙыҡ-түлек тейәп килеп етте. Эй, мөләйем ҡәйнәм, йүгереп йөрөп ҡоҙаларын һыйлай. Тәмле-тәмле хәбәрҙәрен һөйләй. Хатта мине лә табын артына саҡырып ултыртып ашатты. Әлбиттә, минең һөйләгәндәргә әсәйем ышанмай ҡайтып китте. Бынан һуң ҡәйнәм сәй эсеүҙе бөтөнләй тыйҙы, уның урынына кесерткән бешереп эсергә ҡушты. Үҙҙәре тиҙ генә сәй эсәләр ҙә йәшереп бөтәләр, яуап бер генә: балаң һөт булмағанға илай, кесерткән һөт төшөрә. Әсәй алып килгән ит тә, балыҡ та, күстәнәстәр ҙә юғала ла бөтә. Инде хәлем бөтөп йығылдым тигәндә, түҙемлегем ҡалмағас, тағы ла әсәйгә шылтыраттым. Минең ниндәй хәлдә булыуымды күргән әсәйем, балам менән икебеҙҙе тырнап алып үҙенә алып ҡайтып китте.
Шунда ғына хәл йыйып кешегә оҡшап ҡалдым. Балам да илауҙан туҡтаны, шыйыҡ ҡына ашап йөрөгән ерҙән һөт туҡлыҡлы булмағандыр инде. Хәҙер ҡыҙым мәктәптә уҡып йөрөй. Ата-әсәйем, ул бәләкәй ваҡытта, тәүәкәлләп аҡсаларын һепереп йыйып фатир алып бирҙе. Эшкә сыҡҡас та бик тиҙ үрләнем. Тормошобоҙ яйланды тигәндә... иремдә ауыр сир таптылар. Тағы ла аҡса кәрәк...Ата-әсәһен саҡыртып саҡ килтерҙем, улдарының хәлен һөйләнем, ышанмағастар дауаханаға уҡ алып барып күрһәттем.
“Аҡса йыйып аҙапланма, барыбер кеше булмаясаҡ. Беҙҙә лә артыҡ аҡса юҡ,”- булды яуаптары. Мин шаҡ ҡаттым. Үҙ балаңа, тота килеп ҡул һелтә әле. Тиҙ ярҙам машинаһы кеүек минекеләр инде, елдереп килеп тә еттеләр, аҡсаһын да бирҙеләр, операция ваҡытында янында ла ултырҙылар. Баҫтырҙыҡ аяҡҡа, елкәмә һалындырып атларға ла өйрәттем, һөйләшергә лә, ғөмүмән, яңынан йәшәргә...Руль артына ултыртып ата-әсәһен күреп килһен, аптыратһын әле,тип ҡайтарып ебәрҙем. Нимә тип уйлайһығыҙ? Бер шылтыратып хәлен дә белмәгән кешеләр иремде миңә ҡаршы ҡотортоп ебәргән.
Бына шулай тормош юлдары. Ҡыҙымды алдым да, икенсе ҡалаға күсеп киттем. Эше лә булды, фатиры ла. Ата-әсәйем хәстәрендә, уларға ярҙа ҡулы һуҙып тыныс ҡына йәшәп ятҡан сағым. Иремә лә асыуланмайым, ул да аҙапланды. Тик ҡәйнәмде күрә алмайым. Һүҙҙәре лә ҡылыҡтары ла баштан сыҡмай, йөрәгемдә ауыр таш булып тик тора. Нимә эшләргә икән миңә? Тик торғандан да үткән ваҡиғалар иҫкә төшә лә һығылып илайым. Үҙемде йәлләп түгел, ауыр йөк йөрөткән кеүекмен. Зинһар, кәңәштәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ.
Ихтирам менән Айһылыу