Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Август 2021, 10:40

Балалар ҙа коронавирусҡа бирешә

Пандемия бер ҙә һүрелмәй

Балалар ҙа коронавирусҡа бирешәБалалар ҙа коронавирусҡа бирешә
Балалар ҙа коронавирусҡа бирешә

Башҡортостанда 23 бала COVID-19 диагнозы менән дауаханаға оҙатылған. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта 4 меңгә яҡын кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 2500-ө — 60 йәштән өлкән.

Яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы башланғандан алып 54 639 кеше ошо мәкерле сирҙе йоҡторған, 297-һе — һуңғы тәүлектә.

Шулай уҡ республикала халыҡҡа прививка яһау әүҙем дауам итә. Ә 916 кеше коронавирустан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, 1 миллион 104 меңе иһә беренсе компонентын ҡаҙатҡан.

 

https://www.bashinform.ru/news/1633159-v-bashkirii-23-rebenka-gospitalizirovany-v-bolnitsu-s-diagnozom-covid-19/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас