

21-22 август Салауат ҡалаһында дзюдо буйынса ветерандар араһында РФ чемпионаты үтте.
Учалы ДЮСШ-һы тренеры Александр Шумков Рәсәй Федерацияһы чемпионы булды!
Финал ярышында, хатта, самбо буйынса донъя чемпионы Александр Салиферҙы (Мәскәү) еңә алды.
Ихлас күңелдән шатланып, яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Александр Александровичты төбәгебеҙҙә ихтирам итмәгән кеше юҡтыр, башҡаһынан тыш, 6 тапҡыр район һабантуйҙарында 6 тапҡыр (!) милли көрәш буйынса абсолют чемпион дәрәжәһенә ирешкән кеше бит ул.
Был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һанында ентекләп яҙырбыҙ.