Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Август 2021, 04:21

"Һин - көләс ҡояш нурындай Нур сәсәһең беҙгә, Баныу!"

Рамай Ҡаһирҙың Баныу Ҡаһармановаға бағышланған шиғыры

"Һин - көләс ҡояш нурындай Нур сәсәһең беҙгә, Баныу!""Һин - көләс ҡояш нурындай Нур сәсәһең беҙгә, Баныу!"
"Һин - көләс ҡояш нурындай Нур сәсәһең беҙгә, Баныу!"

Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы 1973 йылда, Учалы районының
Озерный ҡасабаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң,
Белорет педогогия училищеһына уҡырға инә. Сәфәр ауылы урта
мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
БДУ - ның журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Туған теленә булған оло һөйөүө уны ""Йәшлек""ғәзитенә алып килә.
Баныу Ҡаһарманова - Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия
лауреаты, Зәйнәп Биишева исемендәге ""Китап"" нәшриәте Республика
Башлығы грантына ойошторған әҙәби конкурста 2 урынға лайыҡ булды.

Күперҙәр һал...

Мең -мең халыҡ араһында,
Еңел миңә һине табыу.
Һин - көләс ҡояш нурындай
Нур сәсәһең беҙгә, Баныу!
Һинең яҙған мәҡәләләр -
Фәһемле һәм шундай сағыу.
Мин "Йәшлек""те уҡығанда,
Йәшәрәмен һәр саҡ, Баныу!
Еңел түгел кешеләрҙең -
Күңеленә күпер һалыу.
Һәм уларҙы йыуатырлыҡ
Йылы, матур һүҙҙәр табыу.
Был донъялар бик ҡатмарлы:
Ҡыйын кеше булып ҡалыу.
...Кеше булам тигәндәргә -
Күперҙәр һал, һалыш, Баныу!

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас