Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Август 2021, 10:20

Кеүәҫ әҙерләйбеҙ

Йәйге эҫелә сарсағанда һалҡын ғына кеүәҫ эсеп ебәрһәң, хәл инеп ҡалғандай була. Был эсемлек барыһына ла таныш, хәҙер һәр кибеттә, хатта урамда ла һатыла. 

Кеүәҫ әҙерләйбеҙКеүәҫ әҙерләйбеҙ
Кеүәҫ әҙерләйбеҙ

Йәйге эҫелә сарсағанда һалҡын ғына кеүәҫ эсеп ебәрһәң, хәл инеп ҡалғандай була. Был эсемлек барыһына ла таныш, хәҙер һәр кибеттә, хатта урамда ла һатыла. 

Был юлы беҙ һеҙгә үҙегеҙгә өйҙә кеүәҫ эшләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәк буласаҡ: 5 литр һалҡын һыу, 2 аш ҡалағы ябай цикорий (ҡушымтаһыҙ булғаны), 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы, 400 грамм шәкәр.

Бар ингредиенттарҙы ла бергә ҡушабыҙ һәм ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һыуытабыҙ, яңы һауылған һөт кеүек йылымыс булғас, "Сафт момент" кеүек 11 грамлы сүпрәнең яртыһын әлеге ҡанатылған ҡатнашмаға һалабыҙ. 3-4 сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, кеүәҫ күбекләнә башлай. Тәмләп ҡарарға ла ваҡыт, тимәк. Йылы кеүәҫ килеп сығырға тейеш. Тейешле һауыттарға һалып, һыуытҡысҡа урынлаштырырға ла була. Һыуһынды ҡандыра торған эсемлек әҙер! 

 

 

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас