

"Аҡ батша" - Иван Грозныйҙың, әлбиттә, Ҡазанды ҡанға батырыуын оноторлоҡ түгел. Әммә тап ул башҡорттарҙы ҡанаты аҫтына алыуы, килешеүҙе теүәл үтәүе тураһында ла хәтерҙә тотайыҡ! Эйе, төптән ҡарағанда, Рәсәй Федерацияһына нигеҙ һалыусының тыуған көнө бөгөн. Әйткәндәй, ул дәүерҙә тик дворяндар ғына "вотчинное право"ға эйә булған, ти. Тимәк, бөтә аҫаба башҡорттарҙы дворян нәҫеле тип ҡарарға мөмкиндер буғай.
Иоа́нн IV Васи́льевич (ҡушаматы Ива́н Гро́зный ; 25 август 1530, Мәскәү янындағы Коломенское ауылы— 18 март 1584, Мәскәү) — Мәскәү һәм бөтә Рустың бөйөк кенәзе, бөтә Рустең беренсе батшаһы (1547 йылдан) (1575—1576 йылдарҙан башҡа, был йылдарҙа бөтә Рустең бөйөк кенәзе Симеон Бекбулатович була).
Бөйөк Мәскәү кенәзе Василий III һәм Елена Глинскаяның өлкән улы. Атаһы яғынан — Рюриковичтар династияһының Мәскәү тармағынан, әсәһе яғынан— ырыу башында Мамай торған Литва кенәзе Глинский нәҫеленән. Атаһы яғынан Софья Палеолог әбеһе Визвнтия императорҙары нәҫеләнән булған]. Риүәйәт буйынса, Иоанн тыуыу хөрмәтенә Коломенскийҙа Вознесение сиркәүе төҙөлә.
3 йәшенде дәүләт башлығы була.
XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып XIX быуат башына тиклем башҡорттарҙың ерҙәре көньяҡ-көнсығышта Волганың һул яр буйынан алып көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем, төньяҡта Сылва йылғаһынан көньяҡта Яйыҡ йылғаһының урта ағымына тиклем һуҙылған[38].
1552 йылда Рус дәүләте Ҡазан ханлығын яулап ала, ә Нуғай Урҙаһы эске үҙ-ара низағтар арҡаһында көсһөҙләнә. Себер ханлығы был дәүләттәрҙең Башҡортостандағы барлыҡ ерҙәренә дәғүәһен белдерә башлай. Шул уҡ ваҡытта урыҫ батшаһы Иван IV башҡорттарға үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына саҡырып мөрәжәғәт итә. 1554 йылда Ҡазандағы батша наместнигына элекке Ҡазан ханлығына буйһонған төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡәбиләләре (байлар, ғәйнә, гәрәй, йәнәй, уран һ. б.) илселәре баралар һәм берләшеү шарттары тураһында килешәләр. 1554—1556 йылдарҙа Ҡазанға элек Нуғай Урҙаһына буйһонған бөрйән, ҡыпсаҡ, мең, табын, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы һ. б. илселәре килешеү төҙөргә баралар. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшө XVII быуат уртаһында, Себер ханлығы тарҡалып, ерҙәре урыҫтар тарафынан яулап алынғас, Рус дәүләтенә ҡушыла.
1555—1557 йылдарҙа башҡорт илселәре Мәскәүгә барып грамоталар алалар, шул грамоталарҙа Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың шарттары билдәләнгән була. Башҡорттарға үҙ территорияһы менән файҙаланырға тулы хоҡуҡ — аҫабалыҡ хоҡуғы бирелә, шулай уҡ үҙидаралыҡ, ғәскәр тотоу, ислам динен ирекле тотоу билдәләнә. Икенсе яҡтан башҡорттар яһаҡ түләргә, илде һаҡлау һуғыштарына ғәскәр ебәреп торорға тейеш булғандар. Башҡорттарҙың Рәсәй менән мөнәсәбәте 1649 йылғы "Собор Уложениеһы"нда билдәләнә, унда башҡорттарҙан ер алырға тыйылған.
Иван Грозный хакимлығы осоронда килешеү шарттары үтәлгән һәм ул башҡорт халҡы хәтерендә мәрхәмәтле, «аҡ батша» булараҡ ҡалған. Рәсәйҙә власҡа Романовтар нәҫеле килгәс, батшалыҡтың Башҡортостандағы сәйәсәте насар яҡҡа үҙгәрә башлай.
Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан алынды.