Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Август 2021, 05:59

"Спекулянттар ҡайҙа ла үҙ отошон ысҡындырмаҫ! "

Колумнистика

"Спекулянттар ҡайҙа ла үҙ отошон ысҡындырмаҫ! ""Спекулянттар ҡайҙа ла үҙ отошон ысҡындырмаҫ! "
"Спекулянттар ҡайҙа ла үҙ отошон ысҡындырмаҫ! "

“Талибан” хәрәкәте (Рәсәйҙә тыйылған)  Афғанстанда власть алды. АҠШ һәм уларҙың союзсылары  үҙҙәре менән хеҙмәттәшлек иткән урындағы халыҡты ташлап ҡастылар.  Улай ғына ла түгел, исемлектәрен ҡалдырып киткәндәр!  Ярар ҙа, еңеүселәр элекке власть органдары хеҙмәткәрҙәренә амнистия иғлан иттеләр, үс алырға тотонмаҫтар, тип өмөт итәйек. Был глобаль геополитик үҙгәреш Рәсәй өсөн ниндәй эҙемтәләргә килтерер инде? Ә әле, Ҡабулдың үҙендә пәрәнжәләргә хаҡ 10 тапҡыр артҡан, ти. Спекулянттар ҡайҙа ла үҙ отошон ысҡындырмаҫ!  Бәлки, бәтә тәнде ҡаплаған пәрәнжәгә юҡҡа аҡса әрәм итәләрҙер - “Талибан” хәрәкәте (Рәсәйҙә тыйылған)  вәкиле, ҡатын-ҡыҙға урамда “хиджаб” (баш һәм иңбаштарҙы ҡаплаған кейем)  етә, тип белдереү яһаған, ти.

25 йәшлек  Польша спортсыһы  - һөнгө сөйөүсе Мария Андрейчик Токиола үткән Олимпиадала “көмөш” миҙал яулаған. Тик бына ватандашы, 8 айлыҡ Милош исемле малайға түләүле операцияға аҡса кәрәк икәнлеген ишетә лә, наградаһын  аукционға ҡуйып һата.  Аҡсаны баланың ғаиләһенә бирә. Миҙалды “Zabka” магазиндар селтәре һатып ала. Әммә мәгәр, ниндәй маҡсатта һатылыуын белгәс, үҙҙәре лә хәйриә аҡсаһы йыйырға тотона, ә миҙалды Мария ханымға кире ҡайтарырға булалар. Һоҡландырғыс хәл-ваҡиғалар!   Шуныһы ғына күңелде тырнай – ауырыу һәр балаға тәү сиратта  дәүләт ярҙамға килергә тейеш түгелме?  Аҡса табылһа, йомарт кешеләр ярҙам итһә, бәлки,  сабый иҫән ҡалыр, тип эш итеү бөтөнләй килешмәгән һымаҡ. Былай ҙа, үҙебеҙҙең телевидениела, фәлән-фәлән балаға операция өсөн аҡса йыябыҙ, тигән иғландарҙы күргән һайын йөрәк өҙөлә.  Аҡыл менән аңлана, һуңғы күлдәгеңде сығарып һатһаң да, барыһына ла ярҙам итә алмайһың, әммә бары ҡыйын...

Альпака тигән хайуан тураһында ишеткән дә юҡ ине. Беҙҙең һарыҡҡа оҡшаған, тик муйыны ғына оҙонораҡ йәнлек. Көньяҡ Америкала йәшәй, хәҙер ҡыҙыҡ күреп башҡа тарафтарҙа ла  тоталар. Джеронимо  ҡушаматлы альпаканың  яҙмышы Бөйөк Британия судтарында 2017 йылдан ҡарала. Юғары суд ҡарары менән ошо арала үлтерергә тигән хөкөм сығарыла. Баҡһаң, туберкулез менән сирләй. Башҡа малға йоҡтормаһын өсөн юҡ ителергә тейеш, әммә хужабикәһе йәнлеккә ныҡ ҡаныҡҡан, ҡотҡарыу өсөн ваҡытын да, аҡсаһын дә йәлләмәй, ярҙамға киң йәмәғәтселекте йәлеп итте. Әле лә, Джеронимоны үлтертмәйәсәкмен, тип белдереү яһаған.  Бындай тоғролоҡ, әлбиттә, ихтирам уята, тик бына, беҙҙә күпме кеше туберкулез менән яфаланыуын иҫкә алһаң.... Мал туберкулезы кеше өсөн дә хәүефле бит!

Янут – телевизорҙан  ҡарап ултырғанда  ғына мөләйем йәнлек,  ысынбарлыҡта – ажар йыртҡыс. Өфөлә «Ҡунаҡһарай» биләмәһендә урынлашҡан «Обнимашки» зоопаркында ғәҙәттән тыш хәл була. Янут бер йәшлек балаға һәм уның ата-әсәһенә ташланған. Табиптарға баланың битендәге яраны тегергә тура килгән. Өлкәндәрҙең ҡулдары йәрәхәтләнгән. 2020 йылдан контакт зоопарктарында йыртҡыс хайуандарға яҡын барыу тыйылған.  Ниңә был ҡағиҙә күҙәтелмәгән – хәҙер компетент инстанциялар тикшерә.

 

Билдәле башҡорт әйтемен ошолайға үҙгәртеү ҙә урынлы булыр был осраҡта: “Иртән уңған кис уңыр, кис уңған һис уңыр”!  Гранд-Стрэнд ҡалаһы (АҠШ) кешеһе быйыл 16 июль лотереянан 40 мең доллар отһа, 27 июль йәнә  3 миллион ала.  Әйтерһең, кинәттән  төшкән  оло табышҡа  артыҡ тулҡынланып китмәһен өсөн яҙмыш алдан уҡ әҙерләй башлаған уны. Далан  кешегә  бер йылмайһа, тағын да  шатландырыу ихтималы күберәктер. Бына гәзитебеҙҙә лә, отош акциялары үткәргәндә йыш ҡына ишетелгеләй – фәлән-фәлән йыл  берҙе отҡайным инде. 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас