

Рамазанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы , ижади псевдонимы Земфира (26 август 1976 йыл) — Рәсәйҙең рок-йырсыһы, музыкант, йыр текстарын һәм көйҙәрен яҙыусы, рок жанрындағы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың иң танылғандарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы — тарих уҡытыусыһы, әсәһе — табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған — баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.
Әле лә әүҙем ижад эшмәкәрлеге менән мәшғүл, тыуған яҡтарын онотмай.
Юбилейы менән ҡотлайбыҙ!