Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
27 Август 2021, 03:21

Башҡорт көрәше ярҙам итте

"Әммә мин дә, һуңғы һулышҡа тиклем бирешмәҫкә күнектерелгәнмен – алыш тамамланыуға ни бары 30 секунд ҡалғанда ҡаршылашты ҡулай ғына эләктереп атып бәрҙем –“саф еңеү”

Башҡорт көрәше  ярҙам иттеБашҡорт көрәше  ярҙам итте
Башҡорт көрәше ярҙам итте

Башҡорт көрәше 
ярҙам итте

 

21-22 август Салауат ҡалаһында дзюдо буйынса ветерандар араһында Рәсәй Федерацияһы чемпионаты үтте.Учалы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Александр Шумков ил чемпионы булды!
Даһи һуғышсы Александр Македонскийҙы ата-бабаларыбыҙ Искәндәр исеме менән белә. Яҡташыбыҙ Александр Шумковты ла дуҫ-иштәре тап ошо исем менән, Искәндәр, тип атай. Эйе, ғәйрәтлелек йәһәтенән данлыҡлы аҙашынан бер ҙә кәм түгелдер ул!
Был башҡорт казагы тураһында элегерәк яҙғайныҡ, оло еңеүе айҡанлы ҡабатланыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫ. Казак тиеүбеҙ осраҡлы түгел: Краснодар крайының Славянск-на-Кубани ҡалаһында тыуған; атаһы – казак хәрәкәте тергеҙелеүгә күп көс һалған хорунжий Александр Всеволдович күптән инде гүр эйәһе. Ә әсәһе – Ҡунаҡбай ауылынан. Рәмзиә Рәхим ҡыҙы Байрамғолова байтаҡ йылдар Себерҙә, “Газпром” объекттары төҙөүҙә хеҙмәт итә, һуңынан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, әле хаҡлы ялда. Александр Александровичтың иң ярһыу көйәрмәне тап әсәһе икәнлеген әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер... Һүҙ ыңғайы, тәбәгебеҙҙең яҡшы данын бар илгә яңғыратҡан ул үҫтергәне өсөн рәхмәт әйтеп китеү урынлы булыр!
Яҡташыбыҙға Рәсәйҙең иң көслө көрәшсеһе дәрәжәһе еңел бирелмәй.
-Башта Удмуртия,Ульяновск , Мәскәү вәкилдәре менән алыштар сағыштырмаса анһат үтте, “саф еңеү”ҙәргә өлгәштем. Ә бына финал бик ауырға төштө – илебеҙҙең баш ҡалаһынан Александр Олифир заманында самбо буйынса донъя чемпионы дәрәжәһенә күтәрелгән бәһлеүән бит! - тип һәйләне беҙгә Александр Александрович. – Был тапҡырҙа ла,  һис көтмәгәндә мине күтәреп һуҡты, мәрәйҙәр алды һәм оборонаға күсте. Еңеү өсөн уға башҡа кәсәнеү ҙә талап ителмәй ине инде. Әммә мин дә, һуңғы һулышҡа тиклем бирешмәҫкә күнектерелгәнмен – алыш тамамланыуға ни бары 30 секунд ҡалғанда ҡаршылашты ҡулай ғына эләктереп атып бәрҙем –“саф еңеү”. Был приемды башҡарырға милли башҡорт көрәшендә туплаған тәжрибәм ныҡ ярҙам итте.
Эйе, башҡорт көрәшендә Александр Шумков таһылдан таһыл инде - 6 тапҡыр район һабантуйҙарында  абсолют чемпион дәрәжәһенә ирешкән . Әйткәндәй, спортҡа юлы ла тап башҡорт көрәшенән башлана. Малай ғына булғанында район һабантуйында ҡыҙыҡһынып көрәшселәрҙе күҙәтә. Алышта еңгән малайға газлы һыу биргәндәрен күреп эсе ҡыҙа һәм, судья тәҡдим иткәс, йәһәт үҙе лә көс һынарға ризалаша. Тәүге ҡаршылашын йәһәт  ҡолата, тик бына, артабан кәрәшә башлағас, самбо приемдарын ҡулланырға ярамағанлығын тиҙ төшөндөрәләр. Ныҡ шелтәләй башлағастары, олатаһы, Рысай ауылынан Рәхим Әхтәм улы Байрамғолов судьялар янына килә: “Ирешмәгеҙ инде! Минең улым ул, ситтә йөрәгәс әлегә ҡағиҙәләрҙе белеп етеңкерәмәй!” – тип яҡлаша. Рәхим Әхтәм улы ҡыйыу йөрәкле кеше булған – немецтар менән алышып Кенигсбергты алған, Япон милистарын да ҡыйратыуҙа ҡатнашҡан ветеран, еәйнен тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте тос.
Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлап Учалыла ветеринар эшен башлағас та, Александр ҡомарын ташламай, әммә беҙҙә ул саҡ дзюдо бигук үҫешмәгән була әле.  Шуға ла данлыҡлы тренер Жәлил Йосоповта милли көрәш серҙәренә төшөнә. Һәм 3 тапҡыр милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы була,  билмау менән көрәштә - Рәсәй чемпионаты призеры.
Дзюдоға ла тоғро – БР чемпионы, Рәсәйҙең ветерандар чемпионатында “бронза” призер исемен яулай.  Башҡа фекерҙәштәре, коллегалары менән бер төптән тотоноп, дзюдо менән самбо Учалыла популярлашһын өсөн күп көс һала.  Сөнки бөгөнгө көндә төп бурысы – йәштәр тәрбиәләү, тип һанай. Юҡҡамы ни, “Өҫтәмә белем биреү педагогы” номинацияһында “Иң яҡшы педагог – 2015” дәрәжәһенә иреште.  Һәм юҡтан ғына түгел: өйрәнсеге Азалина Сафина 6 тапҡыр республика чемпионы исемен яуланы.  Ә Әлфинә Фәхретдинова  билмау менән кәрәштә спорт мастеры дәрәжәһенә күтәрелде, 3 тапҡыр республика чемпионы яуланы  һәм донъя беренселегендә 2-се урынға сыға алды. Бындай еңеүҙәр  остаздың оло кинәнесе, әммә берҙән-бер маҡсат түгел. “ Ҡайһы саҡ секцияға ҡурҡып ҡына сибек берәй бала килә, ҡарауы йәл. Ә бына күнекмәләр үтә башлаһа, бик тиҙ арҡаһы ла төҙәйә, кәүҙәһе лә нығына, иң мөһиме – тормошҡа ҡурҡмайынса тура ҡарарға өйрәнә. Ир-ат өсөн был ныҡ мөһим! Әйткәндәй, үрҙә әйттем инде, гүзәл зат та хәҙер бик теләп дзюдо менән шөғөлләнә, заманы шулдыр”, - тип йылмайҙы тренер.
  Әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та исеме билдәле Александр Шумковтың, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә актив ҡатнаша.

 -Йәш спортсыларыбыҙ еңеүҙәргә өлгәшеүе – ҡыуаныс, уларҙың тәжрибәле тренерҙары ла һаман  чемпион була икән – икеләтә шатлыҡ!- тип ҡотланы үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов. Был ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас