

Табындар ҡор йыя
Табын ырыуы башҡорт ырыуҙары араһында иң ҙурҙарҙан һанала. XIX быуатта уҡ беҙҙең мәшһүр ырыуҙашыбыҙ М.Өмөтбаев, табындар башҡорттарҙың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә, тип яҙып ҡалдырған.
Был нисбәт әле лә үҙгәрмәй.
Учалы районында үтәсәк табындарҙың V йыйынына байтаҡ ҡала-райондарҙан, 3 төбәктән делегаттар киләсәк.
Беҙҙең ырыу вәкилдәре республикала тәүгеләрҙән булып 1993 йылда беренсе йыйын үҙгәрҙе. Унда башлыса Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре ҡатнаша. Ҡырмыҫҡалы районында 1994 йылда үткәрелгән съезда Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Ауырғазы районынан делегаттар ҡатнашты.
Шуныһы мөһим, ошо йылдарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә байтаҡ эш башҡарылды. Ошо райондарҙа башҡорт телен өйрәнеүҙе әүҙемләштереү, башҡорт гимназияларын асыу, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү , аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыу кеүек конкрет эштәр башҡарылды.
2007 йыл Өфө ҡалаһында уҙған III йыйында 10 район ҡатнашты, 3 региндан делегаттар килде. Ижтимағи ойошма рәсми статус алды, тейешле документтар эшләнде, герб, гимн раҫланды.
IV йыйын 2017 йыл үтте һәм эшмәкәрлекте әүҙемләштереү өсөн ҙур этәргес булды. Бәтә башҡарылған эштәрҙе, ойошторолған сараларҙы һанап китеүҙе кәрәк тип тапмайым, тик береһе тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Ойошманың идара ағзалары тәҡдиме буйынса 2017 йылдан алып ырыу йәштәре өсөн һабантуй “Табынфест” уҙғара башланыҡ. Был ябай һабантуй түгел, уның үҙенсәлектәре лә бар. Спорт ярыштарынан тыш, ниндәйҙер темаға арнап башҡа саралар ҙа ойошторола. Әйтәйек, уҡыу, нимәгәлер өйрәнеү майҙансыҡтары булдырыла. Мәҫәлән, “Эшҡыуарлыҡ һәм туризм”, “Тарихи сығанаҡтар менән эшләргә өйрән” һәм башҡа. Алып барыусылар (заманса – спикерҙар) оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, ҡатнашыусылар үҙҙәренең эштәрен (проекттарын) яҡлай һәм артабанғы тормошонда кәрәк буласаҡ кәңәштәр, мәғлүмәттәр ала, белемен нығыта.
Бынан тыш, “Ырыуҙың иң йәш өлгөлө ғаиләһе”, “Өлгәлә йорт”, “Иң шәп йәш эшҡыуар” билдәләнә. “Табын батыры”, “Табын һылыуы” кеүек номинацияларҙа йәштәр ихлас ҡатнаша. Спорт ярыштарына килгәндә, бында ла үҙенең йолалары бар. Һәр делегация ниндәйҙер спорт төрө өсөн яуап бирә һәм ярыш ойоштора, еңеүселәрҙе билдәләй.
Беҙҙең V йыйынды ҡабул итергә итергә ризалыҡ белдергән Учалы районына рәхмәтлебеҙ!
Табындар, бәтә башҡорт ырыуҙары, бар Башҡортостан халыҡтары артабан да шулай берҙәм булһын, милләтебеҙҙең киләсәге өсөн башҡарған эштәребеҙ дауам итһен, иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә, милләттәштәр!
Фәнил Ҡоҙаҡаев, Табын ырыҙары берләшмәһе идараһының рәйес вазифаһын башҡарыусы
Табындарҙың V йыйыны 28 август 10.00 сәғәттә Туңғатар ауылында башлана. Йыйындың төп өлөшөнән тыш, программала - халыҡ оҫталары, милли костюм һәм биҙәүестәр күргәҙмәһе, сәхнәләштерелгән тамаша, халыҡ уйындары, кәрәш, ат бәйгеһе, уғатарҙарҙың район турниры.