

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа
Шаулап-гөрләп “WorldSkills Russia - 2021” йәш һөнәрмәндәр чемпионаты үтеп тә китте. “Йәш профессионалдар” IX Миили чемпионаты финалында илебеҙҙең 76 төбәгенән 1786 конкурсант ҡатнашҡан.
Ярыштар 105 компетенция буйынса ойошторолған. Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составына Учалы тау сәнәғәте колледжында белем алыусы ике егетебеҙ ҙә ингәйне, тип гәзитебеҙҙең алдағы һанында хәбәр иткәйнек инде. Владислав Мирсков һәм Руслан Хисаметдинов “Ер аҫты электрослесаре” компетенцияһы буйынса көс һынаша. “WorldSkills Russia - 2021” чемпионатында улар лайыҡлы сығыш яһай һәм призлы урындарға лайыҡ була. Владислав - көмөш, ә Руслан бронза миҙалдар яулай. Егеттәребеҙҙе һәм уларҙың уҡытыусыларын ҙур еңеүҙәре менән тәбрикләйбеҙ һәм киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Ә еңеүсе егеттәребеҙ хаҡында тулыраҡ киләһе һанда уҡырһығыҙ.
Фото Учалы районы хакимиәте сәхифәһенән алынды.