Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
31 Август 2021, 10:10

Сентябрь айына халыҡ һынамыштары

Борондан һауа торошоноң ниндәй булырын халыҡ тәбиғәт һынамыштары аша юраған.

Сентябрь айына халыҡ һынамыштарыСентябрь айына халыҡ һынамыштары
Сентябрь айына халыҡ һынамыштары

Борондан һауа торошоноң ниндәй булырын халыҡ тәбиғәт һынамыштары аша юраған. Уларға иғтибар итәйек әле.

Сентябрҙә күк күкрәһә – көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.

Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә.

Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.

Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.

Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.

Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә – ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.

Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас