Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
31 Август 2021, 11:20

Теракт хәүефе янаһа

Теракт хәүефе янаған осраҡта үҙеңде нисек тоторға? Түбәндәге иҫкәрмәгә иғтибар итегеҙ.

Теракт хәүефе янаһаТеракт хәүефе янаһа
Теракт хәүефе янаһа

Теракт хәүефе янаған осраҡта үҙеңде нисек тоторға? Түбәндәге иҫкәрмәгә иғтибар итегеҙ.

Ниндәйҙер ҡарауһыҙ ҡалған предмет күреп ҡалһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Табылған предметтарҙа провод, бәй, изоленталар булһа; шикле тауыштар, шытырлау, сәғәт текелдәүе ишетелһә; был әйберҙән миндалгә оҡшаш йәки башҡа төрлө еҫ килһә, унда шартлатыу ҡоролмаһы һалынған булыуы мөмкин. Һеҙ был предметҡа юлыҡҡансы ошо тирәлә шикле кеше күренһә, шәхсән йәки телефон, почта аша янау алған булһағыҙ, хәүефләнергә урын бар.

Бындай осраҡта нимә эшләргә?

  1. Шикле предметҡа яҡын килергә, тейергә, шылдырырғы ярамай. Был тирәлә тәмәке тоҡандырыуҙан, радиоэлемтә сараһын (шул иҫәптән мобиль телефон) ҡулланыуҙан тыйылығыҙ.
  2. “Табыш” тураһында тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.
  3. Хәүефле зонаға 100 м радиустан яҡын кешеләрҙе ебәрмәгеҙ.
  4. Мөмкинлек булһа шикле әйберҙә һәм хәүефле зонаны һаҡлап тороғоҙ.
  5. Был тирәләге халыҡты эвакуациялауҙы ойошторорға (ярҙам итергә) кәрәк.
  6. Хоҡуҡ һаҡлау вәкилдәре килгәнен көтөп, шикле предметтың урынын күрһәтеп, табыу шарттарын һәм ваҡытын әйтегеҙ.
  7. Шартлау хәүефе янауын быны белергә тейешлеләрҙән башҡаларға әйтмәгеҙ, паника тыуысаҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 һандарына шылтыратығыҙ!

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас