Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
3 Сентябрь 2021, 09:20

10 000 вольтлы токка һуғылғандан һуң тормош

Токка һуғылғандан һуң ике ҡулһыҙ ҡалған 10 йәшлек Илназ Дәүләтов нисек йәшәй

10 000 вольтлы токка һуғылғандан һуң тормош10 000 вольтлы токка һуғылғандан һуң тормош
10 000 вольтлы токка һуғылғандан һуң тормош

10 000 вольтлы токка һуғылғандан һуң тормош: токка һуғылғандан һуң ике ҡулһыҙ ҡалған 10 йәшлек Илназ Дәүләтов нисек йәшәй

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бала уйнап йөрөгән ваҡытта трансформаторға тотонған һәм токка һуғылған. Уны Өфөгә килтергәндәр. Малай алты операция кисергән. Хәҙер Илназ яңынан йәшәргә өйрәнә.

 "Беренсе көндө шок хәлендәһең, икенсе көндө тынысланаһың, өсөнсөһөндә быға өйрәнә башлайһың. Мин бишенсе көнгә, реанимацияла ятҡан саҡта өйрәндем", - ти малай.

Ай ярым дауаланғандан һуң Илназ Туймазы районында урынлашҡан тыуған ауылына ҡайтҡан. Янбашындағы катетерҙарҙы алғас та малай аяҡтары менән яҙырға өйрәнә башлаған. Ике аҙнала уҡыусы бармаҡтары менән ручка тоторға, хатта тура һыҙыҡ һыҙырға өйрәнгән.

 1 сентябрҙә Илназ дүртенсе класҡа бара, ләкин хәҙер ул өйҙән уҡый башлай. Әле ғаилә инвалидлыҡ алыу өсөн документтар йыя. Шунан һуң улар протезлауға сиратҡа баҫа ала. Протездар ҡуйыу һәм нығыныу өсөн бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк.

Башҡортостаным яңылыҡтары

Автор:Алия Даутова
Читайте нас