Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Сентябрь 2021, 08:55

Ҡатынды үлтереп өйөнә ут төртә

Учалы районының Мәҫкәү ауылында  40 йәшлек ир 55 йәшлек ҡатынды үлтереп баҙға ырғыта 

Ҡатынды үлтереп өйөнә ут төртәҠатынды үлтереп өйөнә ут төртә
Ҡатынды үлтереп өйөнә ут төртә

Учалы районының Мәҫкәү ауылында фажиғә теркәлә. 30 август хоҡуҡ органдарына Мәҫкәү ауылында янған йорттоң баҙында бысаҡ менән сәнселгән 55 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Тәфтишселәр полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә оператив-тикшереү уҙғара, һөҙөмтәлә енәйәт факттары асыҡлана, ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алына. 

Тәфтишселәр хәбәр итеүенсә, 21 август ғәйепләнеүсе ир ҡатындың өйөндә бергәләшеп спиртлы эсемлектәр эсә. Өҫтәл артында һүҙгә килешәләр, низағ ҡуба. Ир ҡатынды туҡмай башлай, быуа, һуңынан ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, һөҙөмтәлә ҡатын вафат була. Енәйәтсе ваҡиға урынынан ҡаса. Бер аҙнанан һуң енәйәт эҙен юйыу өсөн ошо өйгә ҡабат килә һәм ҡатындың кәүҙәһен өйҙөң баҙына ташлай, һуңынан йортҡа ут төртә. Йорт тулыһынса янып бөткән, ләкин полицейскийҙар енәйәтсенең эҙенә төшкән.

Хоҡуҡ органдары тикшереү барышында шаһиттарҙан һорау ала һәм ирҙе ҡулға алалар, енәйәтсе ғәйебен тана, енәйәт урынан үлтереү ҡоралын табалар.

Ғәйепләнеүсе быға тиклем дә ошондай ҡылмышы өсөн хөкөм ителгән булған. Уға ҡарата хөкөм ҡарарын суд сығарасаҡ. 

 

 

      

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас