Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
3 Сентября 2021, 09:10

Балалар Сабыйҙар йортонда

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында тәҙрәнән йығылып төшкән 3 йәшлек ҡыҙыҡайҙы, уның 11 айлыҡ ҡустыһын әсәһенән айырғандар.

Балалар Сабыйҙар йортондаБалалар Сабыйҙар йортонда
Балалар Сабыйҙар йортонда

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында тәҙрәнән йығылып төшкән 3 йәшлек ҡыҙыҡайҙы, уның 11 айлыҡ ҡустыһын әсәһенән айырғандар. Хәтерегеҙҙә булһа, 29 августа балалар әсәһе менән өйҙә ултырған. Әсәләре төнгө сменанан һуң йоҡлап ятҡан, ә балалар тәҙрә төбөндә уйнаған. Ҡыҙыҡай беренсе ҡаттың тәҙрәһенән йығылып төшкән, ә ҡустыһы ҡолап өлгөрмәгән -  өй янынан үтеп барған ир фажиғәгә юл ҡуймай, сабыйҙы тотоп ала.

 Был хәлдән һуң опека органдары балаларҙың икеһен дә алып киткән.  Ҡыҙыҡайҙы һәм уның ҡустыһын Сабыйҙар йортона урынлаштырғандар. 

Ҡатын шок хәлендә. Балаларын ҡайтарыу юлын эҙләй. Ҡатын социаль хеҙмәттәрҙә иҫәптә тормаған, ғаилә имен тип иҫәпләнгән.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас