

Өфөлә ике баланы һыуға батыуҙан ҡотҡарған студент үҙе үлгәндән һуң бүләкләнде
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр июнь айында Тажикстандан 18 йәшлек студент Хажиморат Каландаров Ҡояшлы пляжында 10 һәм 12 йәшлек балаларҙы ҡотҡарған. Дуҫтары менән пляжда ял иткән егет малайҙарҙың һыуға бата башлағанын күреп ҡалған да ярҙамға ташланған.
«Уға, һыуға инмә, тип әйттек. Ләкин тыңламаны, икенсе малайҙың батыуын күргәс, уның артынан ташланды. Уны туҡтатырға маташтылар, ләкин ул: «Беләмме-белмәйемме, мөһим түгел – бала батып үлә бит», – тине. Шунан малайҙы ҡотҡарырға ашыҡты. Хажиморат – герой», – тип һөйләне уның танышы.
Егет һуңғы көсөнә тиклем баланы ярға һөйрәгән, ҡоро ергә бер нисә метр ҡалғас, дуҫтары малайҙы һыуҙан тартып сығарған. Ярҙағыларҙың бөтәһе лә балаға ярҙам күрһәтергә ашыҡҡан, уны ҡотҡарыусы ярға үҙе сығыр тип уйлаған. Ләкин Хажиморат малай менән ярға табан йөҙгәндә күп һыу йотҡан. Уны эҙләй башлағанда, егет йән биреп өлгөргән. Тажикстанда Хажимораттың ата-әсәһе ҡалған, ул ғаиләлә берҙән-бер бала булған.
Егет «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡтағы бойороҡҡа республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡул ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә миҙал Өфөләге генераль консулға тапшырыла. Хажимораттың тыуған илендә мәктәпкә уның исемен бирергә йыйыналар.
Башҡортостаным яңылыҡтары