Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Сентябрь 2021, 11:40

"Портфельдәрҙә - дәфтәр, китап, Ҡулдарҙа - баҡса гөлө!"

Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың шиғыры

"Портфельдәрҙә - дәфтәр, китап, Ҡулдарҙа - баҡса гөлө!""Портфельдәрҙә - дәфтәр, китап, Ҡулдарҙа - баҡса гөлө!"
"Портфельдәрҙә - дәфтәр, китап, Ҡулдарҙа - баҡса гөлө!"

Еҙ ҡыңғырау моңға күмде
Көҙҙөң ҡояшлы күген.
Шау - гөр килеп, мәктәп алды
Шатлыҡҡа тулды бөгөн!
Йөҙҙәр көләс, ҡояш нур сәс,
Нурланһын белем көнө.
Портфелдәрҙә - дәфтәр, китап,
Ҡулдарҙа - баҡса гөлө!
Сылтырап ҡуя ҡыңғырау,
Шатлыҡ кескәйҙәр өсөн.
Белем үрен үрләгәндә, -
Йәлләмәҫ улар көсөн!
Еҙ ҡыңғырау сылтыр- сылтыр,
Ҙурланһын белем көнө.
Йөҙҙәрҙә шатлыҡ сағыла,
Ҡулдарҙа - баҡса гөлө!
Яратҡан дәрескә инәм,
Ул - минең туған телем.
...Туған телгә йәшерелгән, -
Күпме хазина, белем!

 

Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

 

Раил Кәлимуллиндың фотоһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас