Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Сентябрь 2021, 06:15

Тыныслыҡ булһын ерҙә

Рәсәйҙең был яңы иҫтәлекле датаһы Рәсәй Федерацияһының 2005 йылдың 21 июлендә донъя күргән «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре (еңеү көндәре)» федераль законы редакцияһына ярашлы барлыҡҡа килә. Ул 2004 йылдың 1-3 сентябрендәге Бесландағы террор ваҡиғалары менән туранан-тура бәйләнгән.

Тыныслыҡ булһын ерҙәТыныслыҡ булһын ерҙә
Тыныслыҡ булһын ерҙә

Рәсәйҙең был яңы иҫтәлекле датаһы Рәсәй Федерацияһының 2005 йылдың 21 июлендә донъя күргән «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре (еңеү көндәре)» федераль законы редакцияһына ярашлы барлыҡҡа килә. Ул 2004 йылдың 1-3 сентябрендәге Бесландағы террор ваҡиғалары менән туранан-тура бәйләнгән.

Был ҡот осҡос мәхшәр әле лә онотолмай, яра әле лә ҡанһырай, үҙәктәрҙе өҙә. Бынан 17 йыл элек, 2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террорсылар 1-се мәктәпте баҫып алып, өс көнгә яҡын 1 меңдән ашыу кешене миналар һалынған бинала аманатлыҡта тота. Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар.

Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөн билдәләгәндә, Бесланда ғына түгел, бөтә ил буйлап террорсы акттар ҡорбандарын, шулай уҡ тәртип һаҡлағанда бурысын үтәп һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙе лә иҫкә алалар.

Илдең күп төбәктәрендә был көндө терроризм ҡорбандарын иҫкә алып шәмдәр яндырыла, һауаға аҡ күгәрсендәр осорола. Һәр күгәрсен террорҙа һәләк булғандарға бағышлана.

Нимә һуң ул терроризм? Уның нигеҙендә көтөлмәгәнлек, ғауға ҡуптарыу һәм кешегә ҡарата ҡанһыҙлыҡ тора. Һәр кем гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлауҙың терроризмға ҡаршы төп ҡорал булыуын аңларға тейеш.

Был афәт менән көрәшеү, уны иҫкәртеү маҡсатында төрлө буклеттар, стена гәзиттәре, баннерҙар сығарыла, ваҡытлы матбуғат саралары ла был хаҡта даими мәҡәләләр, фотолар баҫтыра. Белем биреү учреждениеларында, урындағы власть органдары менән берлектә, осрашыуҙар, әңгәмәләр ойошторола. Былар барыһыла шикле әйберҙәргә ҡағылымаҫҡа, шартлау, янғын осраҡтарынан нисек ҡотолоу, үҙеңде тотоу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кеүек осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп эшләнә.

Барыбыҙҙың да теләге бер - илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр һәммәбеҙҙе лә урап үтһен, фажиғәләр башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаһын.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас