Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Сентябрь 2021, 10:41

Һунар ҡәтғи рәүештә тыйыла

Мирдар Руслан улы билдәләүенсә, кейекте атып алыу үҙе генә түгел, ҡош-ҡорт һәм йәнлектәрҙе аңдыу, эҙәрлекләү йә һуңынан эш итеү, транспортивкалау ҙа “законһыҙ һунар” тип баһалана.

Һунар ҡәтғи рәүештә тыйылаҺунар ҡәтғи рәүештә тыйыла
Һунар ҡәтғи рәүештә тыйыла

Күреп торабыҙ, закондар ныҡ ҡатыланды, браконьерлыҡ менән булышҡан яҡташтарыбыҙға тотолғандан һуң ныҡ үкенергә тура килә.
Әллә ни зыян килтереп өлгөрмәгән осраҡта бәғзе кешеләр административ яуаплылыҡ менән ҡотолһа, ҡалғандар енәйәтсе булараҡ суд алдына баҫтырыла.
“Ирәмәл” тәбиғәт паркы директоры вазифаһын башҡарыусы Мирдар Дияров ҡайһы бер нескәлектәрҙе аңлатып китте:
-БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы аныҡ билдәләне – ниндәй эҙемтәләргә килтереүгә ҡарамаҫтан, тәбиғәт паркы, дәүләт заказниктары һәм тәбиғәт ҡомартҡыларында һунар иткән өсөн РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса яуап тоторға тура киләсәк. Айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә кәсеп иткән өсөн яза – 500 мең һумға тиклем штраф (зыянды ҡаплауҙан тыш!), 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йә иректән мәхрүм ителеү. Әгәр ҙә енәйәт вазифаны файҙаланып, алдан килешеп йә төркөм составында башҡарыла йә айырыуса ҙур зыян килтерә икән, шраф 1 миллион һумға тиклем арта, ғәйепленең 3 йылға тиклем ултыртылыуы мөмкин. Белешмә өсөн: 40 мең һумдан ашыу зыян – ҙур, 120 меңдән артһа – айырыуса ҙур, тип баһалана.
Мирдар Руслан улы билдәләүенсә, кейекте атып алыу үҙе генә түгел, ҡош-ҡорт һәм йәнлектәрҙе аңдыу, эҙәрлекләү йә һуңынан эш итеү, транспортивкалау ҙа “законһыҙ һунар” тип баһалана. Ниндәй ҙә булһа ҡорал йә эттәр менән “Ирәмәл” паркы йә “Урал-Тау” заказнигы биләмәләренә инеү үҙе генә лә законһыҙ һунарға тиңләнә! Тотолғандар шундуҡ эске эштәр органдарына тапшырыласаҡ. Әйткәндәй, әлеге мәл, урман янғындары йәһәтенән ҡурҡыныс дәүерҙә, парк-заказникка тейшлесә теркәлгән, айырым рөхсәт юллаған туристик фирмалар ойошторған төркөмдәр составында ғына сәйәхәт ҡылыу мөмкин. Кире осраҡта –янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар һалынасаҡ.
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә йәнлектәрҙе атыу, тотоу тик ғилми маҡсаттарҙа йә һандарын көйләү өсөн генә үткәрелеүе мөмкин, ләкин һәр айырым осраҡта тейешле дәүләт органдарының рәхсәте булырға тейеш.
Ирәмәлгә, Кирәбе буйҙары урмандарына юлланыр алдынан ҡырҡ тапҡыр уйланығыҙ, яҡташтар, үкенергә тура килмәһен. Хәлдәр әле бик киҫкен бит!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас