Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Сентябрь 2021, 09:25

Ҡыҙ ярҙамға саҡыра алмаған

21 һәм 24 йәшлек егеттәр 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләй һәм быуып үлтерә. 

Ҡыҙ ярҙамға саҡыра алмағанҠыҙ ярҙамға саҡыра алмаған
Ҡыҙ ярҙамға саҡыра алмаған

 Бөрө районы Питяково ауылында бер төркөм үҫмерҙәр әхирәтенең тыуған көнөн билдәләгән. Уларға 21 һәм 24 йәшлек егеттәр ҙә ҡушылған. Һуңынан улар 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләй һәм быуып үлтерә. Ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған.

 "360" каналы хәбәр итеүенсә, ҡыҙ ярҙамға саҡыра алмаған, сөнки енәйәтселәр үҫмер ҡыҙҙың ауыҙына уның әйберҙәрен тыҡҡан. Шунан мәйетте соҡорға ташлаған. Һәләк булған ҡыҙҙы эт табып алған.

Енәйәтселәрҙең береһенең ғаилә танышы һөйләүенсә, ул үҫмер сағында уҡ хулиган булған. Мәҫәлән, бер ваҡыт балалар баҡсаһын емереп ингән һәм ундағы бөтә нәмәне ҡыйратҡан. Уның енәйәттәшен ханым икенсе төрлө ҡылыҡһырлаған. Малай тәртипле булып үҫкән, ләкин аҙаҡтан «тайғаҡ юлға баҫҡан».

Бер енәйәтсенең әсәһе «Честно говоря» журналистарына улының бындай аҙымға барғанына ышанмауын әйткән.

Ханым һүҙҙәренсә, уның улы Евгений өйөнә таң алдынан ғына ҡайтҡан. Аҙыраҡ эскән булған. Ул үҙен ҡәҙимгесә тотҡан.
 

Сығанаҡтар: КП - Уфа.ру, Честно говоря, 360

Автор:Алия Даутова
Читайте нас