Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Сентябрь 2021, 16:50

Аҡ күгәрсен - тыныслыҡ символы

Был акция бынан 17 йыл элек Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террор ваҡытында һәләк булған ҡорбандарҙы иҫкә алыу һәм беҙ тыныслыҡ яҡлы булыуыбыҙҙы еткереү маҡсатында үтте.

Аҡ күгәрсен - тыныслыҡ символыАҡ күгәрсен - тыныслыҡ символы
Аҡ күгәрсен - тыныслыҡ символы

Күгәрсен образы бик күп боронғо яҙмаларҙа сағылыш тапҡан. Тәүге изге китаптарҙың береһе Тәүратта күгәрсен былай тип телгә алына: “...Нух ғәләйһи сәләм ҡоро ер барлығын белер өсөн, кәмәнән иң беренсе ҡоҙғондо, һуңынан күгәрсенде осороп ебәрә. Күгәрсен суҡышында зәйтүн ағасы ботағын алып килә. Был һыу кәмеп, ер ҡорой башлағанды белдерә”.

Икенсе бөтә донъя һуғышынан һүң, 1949 йылда Парижда һәм Прагала үткән Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгресының эмблемаһында ла суҡышында зәйтүн ботағы тотҡан аҡ күгәрсен төшөрөлгән.

Хәҙерге көндәрҙә лә аҡ күгәрсен халыҡ-ара тыныслыҡ символы булып тора. Терроризмға ҡаршы көрәштә берҙәмлек көнөндә ҡаланың 2-се һанлы мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары, китапханала үткәрелгән “Беҙ тыныслыҡ яҡлы!” акцияһында ҡатнаштылар. Был акция бынан 17 йыл элек Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террор ваҡытында һәләк булған ҡорбандарҙы иҫкә алыу һәм беҙ тыныслыҡ яҡлы булыуыбыҙҙы еткереү маҡсатында үтте.

Балаларға гражданлыҡ уяулығы һәм иғтибарлыҡ һаҡлау, шикле әйберҙәргә ҡағылымаҫҡа, шартлау, янғын осраҡтарынан нисек ҡотолоу, үҙеңде тотоу, бындай осраҡтарҙа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк икәнлеге тураһында әңгәмә үткәрелде. Һуңынан уҡыусылар өсөн “Ак күгәрсен –тыныслыҡ символы” исемле мастер класс ойошторолдо. Балалар ҡағыҙҙан күгәрсен яһанылар, ҡанаттарына үҙҙәренең тыныслыҡ яҡлы, терроризмға ҡаршы булған саф, изге теләктәрен яҙып уларҙы яҡындарына, күршеләренә, урамдан үтеп барыусыларға бүләк иттеләр.

Ерҙә һәр саҡ сабыйҙарҙың саф көлөүе яңғыраһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең барабыҙҙы ла урап үтһен, күктәр аяҙ, илебеҙ тыныс булһын, аҡ күгәрсендәр ергә дуҫлыҡ, тыныслыҡ килтерһендәр!

 Хажина Ләлә, Учалы ҡалаһының 2-се һанлы моделле китапхана мөдирө

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас