Хөриә АБЫҘГИЛДИНА
Өҙөлгән моңдар
Ҡайнар ҡояш барса донъяны мул яҡтырып, үҙ йылыһын бөтә тереклеккә йомарт таратҡан салт аяҙ көндә танышты улар. Мәктәп ихатаһы туп-тулы байрамса кейенгән, ҡулдарына сағыу гөлләмәләр тотҡан бала-саға. Атай-инйҙәр ҙә бихисап. Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып керергә йыйынған малай-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған беренсе ҡыңғырау тантанаһына йыйылған улар. Ап-аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле, ҡабарып торған ерән сәстәре килешле итеп киҫелгән Айһылыу менән тән тиреһе бик күп ваҡыт ҡояшта ҡыҙынғандай ҡараһыу төҫтә, күҙҙәре лә, икегә үрелеп ишелгән оҙон толомдары ла муйыл төҫлө ҡап-ҡара Гөлниса туғыҙынсы синыфҡа уҡырға килгәйнеләр.
Әллә һин әкиәт ҡыҙы Ҡарһылыумы? - тип һоҡланды Гөлниса,
ихлас йылмайып, тәүге күрешкәндәрендә.
Айһылыу ҙа ҡаушап ҡалманы:
Ә һин Ҡараһылыуһың бит! – тип ынйылай тигеҙ тештәрен
күрһәтеп, көлөп яуап бирҙе.
Айһылыу ошо ауылдыҡы. Гөлнисаның бынан ун саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауылындағы мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына, шуға күрә ул бында, интернатта йәшәп, белем аласаҡ. Төҫ-ҡиәфәттәре бер-береһенә һис оҡшамаған был ҡыҙҙарҙың бер оҡшаш сифаттары бар: икеһенең дә күҙҙәре, бәләкәй ҡояшсыҡтарҙай, нур балҡыта, ә үҙҙәре, ынйыларҙай ап-аҡ, тип-тигеҙ тештәрен күрһәтеп, ирендәре ҡолаҡтарына етерҙәй булып, йылмайып-көлөп кенә торалар. Ифрат теремектәр, шаяндар, шуҡтар. Тәү күреүҙән бер-береһенә тартылдылар. Бер партаға ултырҙылар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Икеһе лә, тырышып, яҡшы уҡыйҙар. Синыфташтары Айһылыуҙы комсомол ойошмаһы сәркәтибе, Гөлнисаны уның урынбаҫары итеп һайлап ҡуйҙылар. Иптәштәренең буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү өсөн нимә генә уйлап тапманы улар! Төрлө мәҙәни саралар – концерттар, теге йә был темаға арналған кисәләр, конкурстар һәм башҡа саралар ойошторорға әүәҫләнделәр. Спорт ярыштарында уларҙы уҙған кеше булманы. Үҙҙәре “Йәйғор” тигән стена гәзите лә сығарҙылар. Мәктәп тормошо, йәйғор төҫтәрендәй, күп яҡлы, йәнәһе. Өлгөлө синыфташтарын күккә сөйөп маҡтанылар, ҡанатландырҙылар, ә арттараҡ ҡалғандарҙы, дуҫтарса ғына тәнҡитләп, алға әйҙәнеләр.
Айһылыу ҙур, татыу ғаиләлә тәрбиәләнә. Ата-инәһе, апаһы, ҡустылары бар. Бер-береһе өсөн өҙөлөп кенә торалар. Бер-береһе менән аралашҡандарында йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. Инәйҙәре көн һайын, ҡамыр баҫып, мейестә төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешерә. Шуға ла Айһылыуҙарҙың өйөнән тирә-яҡҡа гел татлы еҫ тарала. Гөлнисаларҙың өйөндә ундай еҫ юҡ. Сөнки уның ауыл кибетендә һатыусы булып эшләгән инәһенең бешеренергә әллә ваҡыты етмәй, әллә теләге юҡ – ул тәмле аҙыҡ-түлекте һатып ҡына ала. Эй көнләшә әхирәтенә Гөлниса! Үҙе атаһы менән инәһенең берҙән-бер ҡыҙғынаһы шул. Яңғыҙына күңелһеҙерәк булғылай. Дөрөҫ, атаһы менән инәһе уның өсөн йәндәрен бирергә лә әҙер төҫлө. “Өрмәгән ергә ултыртмай” тигәндәй, иркәләп кенә үҫтерәләр уны. Ҡурсаҡ һымаҡ матур итеп кейендерәләр. Уйынсыҡтарының ниндәйе генә юҡ! Ҡыҙыҡлы китаптары ла байтаҡ. Йәне нимә теләй, шуны һатып алып бирергә тырышалар. Инде үҫмер ҡыҙ булһа ла, һаман ҡурсалап ҡына торалар. Бүтәндәр мәктәпкә йәйәүләп йөрөйҙәр, Гөлнисаның атаһы иһә һәр аҙна башында ҡыҙсығын үҙенең өс тәгәрмәсле матайында интернатҡа килтереп ҡуя, ә аҙна аҙағында ялға алып ҡайтып китә.
Айһылыу менән Гөлнисаның хыялдары ла бер – өлгөргәнлек аттестаты алғас та, Өфөгә юлланмаҡсылар. Айһылыуҙың табип булғыһы килә, шуға ул медицина институтына имтихан тотмаҡсы. Гөлниса бәләкәстән уҡытыусы һөнәрен хуш күрҙе, шул саҡтан алып педагогия институтына уҡырға кереү теләге менән янып йәшәй. Әхирәттәрҙең теләгенә атай-инәйҙәре лә ҡаршы түгел.
Сығарылыш кисәһенең иртәгеһенә үк ҡыҙҙар баш ҡалаға юл тоттолар. Гөлнисаның атаһы, әлеге тырылдыҡ матайына ултыртып, уларҙы тимер юл станцияһына тиклем алып килеп, оҙатып ҡалды.
Шул тиклем ныҡ оҡшаны ҡыҙҙарға Өфө! Әммә ниңәлер баш ҡала әхирәттәрҙе ҡабул итмәне – имтихандарҙы тапшырыуын-тапшырҙылар, тик бына конкурстан үтә алманылар – балдары етеңкерәмәне. Бойоғошоп, ҡайтыр юлға сыҡтылар. Поезд вагонына кереп ултырғас та, бер килке өндәшмәй генә барҙылар. Тынлыҡты башлап Айһылыу боҙҙо:
Теләге булған һәр кешегә табип булырға тимәгән дә инде, - тип
һүҙ башланы ул. – Дөрөҫөн әйткәндә, медицина институтына уҡырға кереү уйы инәйемдең бер туған ҡустыһының ҡатынына – үҙемдең яратҡан еңгәмә бәйле: уның эшендә ап-аҡ халатта, шундай уҡ башлыҡ кейеп, күкрәгенә ауырыуҙарҙың йөрәк тибешен, тын алышын тыңлай торған ҡорамал аҫып йөрөүе оҡшай торғайны. Ысынында иһә, башҡа төрлө һөнәрҙәр ҙә ҡыҙыҡһындыра мине. Инженер булғым да килә. Беләһеңме, мин әлегә ауылға ҡайтмайым, ошо поездан төшөп тә тормайым, тура Силәбегә китәм! Унда политехник институт бар, шунда керергә тырышып ҡарайым әле!
Минең башымда ла шундайыраҡ уйҙар ҡайнаша бит, - тип
әхирәтенә күңелен аса башланы Гөлниса ла. – Златоуста төшөп ҡалырға уйлап киләм, документтарымды медицина училищеһына тапшырам. Ике туған апайым район үҙәгендәге дауаханала шәфҡәт туташы. Инәйем менән уның эшенә кергәнебеҙ бар. Һин әйтмешләй, ап-аҡ кейеме лә, өтәләнеп йөрөп ауырыуҙарға дарыуҙар таратыуы, уколдар ҡаҙауы ла бик мауыҡтырғыс тойолғайны миңә.
Шул көндән алып әхирәттәрҙең тормош һуҡмаҡтары күпмелер ваҡытҡа айырылып торҙо. Әммә бәйләнештәре өҙөлмәне – аҙна һайын тигәндәй хат алыштылар. Училищены тамамлап, шәфҡәт туташы һөнәренә эйә булғас, Гөлниса Мейәстәге ҡала дауаханаһына эшкә ебәрелде. Атаһы менән инәһе, ҡыҙҙары эргәһендә йәшәргә тип, ауылдағы өйҙәрен һаттылар ҙа, ошо ҡалала яңыһын һатып алдылар. Ике йылдан һуң, ҡулына инженерлыҡ дипломы тотоп, Айһылыу ҙа Мейәскә килде, бындағы автомобиль заводына эшкә урынлашты. Уға Гөлнисаларҙың йортонан алыҫ булмаған дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр.
Башкөллө эшкә сумған әхирәттәр, мөмкинлектәре сыҡҡан һайын осрашып, бер-береһенә хәл-әхеүәлдәрен һөйләп, аралашып йәшәнеләр. Саф күңелле, эскерһеҙ, булдыҡлы ҡыҙҙар тиҙ арала үҙҙәренең хеҙмәт коллективтарында ихтирам яулап өлгөрҙөләр. Икеһе лә спорт менән мауыға, ҡалала уҙғарылған ярыштарҙан ситтә ҡалмайҙар. Үҙҙәре тәүге тапҡыр ҡатнашҡан саңғы уҙышында Айһылыу - беренсе, Гөлниса – икенсе урынды яуланылар. Тап шул көндә улар икеһе лә үҙҙәре кеүек үк спорт яратҡан ике егет менән таныштылар. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килеп, Мейәстәге автозаводта токарь булып эшләп йөрөгән Даян менән Дыуан районы ауылдарының береһендә тыуып үҫкән, электр лампалары заводы эшсеһе Рәшит әлеге ярышты тамаша ҡылырға килгәйнеләр. Даян Айһылыуҙан күҙен алманы. Рәшит Гөлнисаға ҡарап ҡатып ҡалғайны. Уҙыш тамамланғас, егеттәр ҡыҙҙарҙы оҙата барҙылар. Дуҫлашып киттеләр. Дүртәүләшеп киноларға, концерттарға йөрөнөләр.
Мөхәббәт – ғүмерҙә бер тапҡыр ғына һәм бер кешегә генә бүләк
ителә торған сәскә ул! – тип хисләнеп әйтеп ҡуйҙы әхирәтенә бер кис Айһылыу. - Беләһеңме, ә мин Даянға ғашиҡ булдым бит әле!
Гөлниса уны ҡосаҡлап уҡ алды һәм уға яратҡан шиғырҙарының береһен һөйләп ташланы:
Эҙләмә һин дигеҙ төбөнән
Һис табылмай торған ынйыны,
Тап иптәшең булырҙай кешене,
Ябай бер дуҫ, үҙең ишене!
Артабан башын аҫҡа эйҙе лә, тотанаҡлы ғына итеп:
Мин дә Рәшиткә битараф түгелмен, - тине. – Беҙ икебеҙ ҙә, шағир
әйтмешләй, ғүмерлек иптәш булырҙай иштәребеҙҙе осраттыҡ шикелле, дуҫҡайым. Һәр хәлдә, икебеҙ ҙә бик бәхетлебеҙ бит! Әхирәттәр туйҙарын бергә уҙғарырға теләне. Буласаҡ кейәүҙәр ҡаршы килмәне. Үҙҙәренең дә, егеттәрҙең дә атай-инәйҙәренә лә йәштәрҙең фекере оҡшап ҡалды.
Тантана урыны итеп ҡала ашханаһын һайланылар. Илдә айыҡ тормош өсөн көрәш ҡыҙған заман. Шуға ла өҫтәлдә иҫерткес эсемлектәр юҡ, фәҡәт тәмле итеп әҙерләнгән ризыҡ, Даян менән Рәшиттең инәйҙәре бешереп алып килгән бауырһаҡ менән сәк-сәк һәм емеш һуттары ғына ҡуйылған. Әйләнә-тирәлә бығаса булмаған хәл! Элек бит табынға мөмкин тиклем күберәк араҡы менән шарап ҡуйырға тырыша торғайнылар. Ләкин “айныҡ” өҫтәл бер кемдең дә кәйефен ҡырманы - бер юлы ике ғаилә тыуған көндә ҡунаҡтарға араҡы-шарапһыҙ ҙа ифрат күңелле ине! Рәхәтләнешеп бейештеләр, таҡмаҡ әйтештеләр, йырлаштылар. Айһылыу менән Гөлниса ла үҙҙәренең яратҡан йырын башҡарҙылар. Һүҙҙәре лә, көйө лә бик матур ине был йырҙың! Уның: “Беҙҙең ғүмерҙәр өҙөлгән гөлдәр кеүек булмаһын”, тигән ҡушымтаһын тотош табын “күтәреп алды”...
Ҡунаҡтар таралышҡас, ашхана хеҙмәкәрҙәре ашыҡ-бошоҡ өҫтәлдәге һауыт-һабаны йыйыштырырға тотондо. Йәш кәләштәр менән йәш кейәүҙәр ҙә сығыу яғына йүнәлделәр. Шул саҡта Гөлниса зәңгәрһыу төҫтәге халатлы йәш ҡыҙҙар араһында таныш йөҙ шәйләне. Айһылыу менән Гөлнисаның синыфташы Сәлимә икән дә! Һөйкөмлө ҡыҙыҡай. Тик “өслө” билдәләренә генә уҡый торғайны. Телгә үтә әүәҫ булды. Ауыҙын бер асһа, ябырға онотҡандай, хәбәрен теҙә лә теҙә торғайны. Тик ниңә бөгөн, үҙен танытырға теләмәгәндәй, башын эйеп кенә өҫтәл һөртөп йөрөй икән? Йәш кәләштәр бер-береһенә ҡараштылар ҙа, йылмайышып, синыфташтары эргәһенә үҙҙәре килделәр.
Шәп кейәүҙәр эләктергәнһегеҙ! – тине Сәлимә, иҫәнләшеп тә
тормайынса. – Һеҙгә гел “везет” шул! Туйығыҙ ҙа дан булды!
Беҙ бит һине юғалтыбыраҡ йөрөй инек, - тине Айһылыу
Сәлимәгә. - Былтыр мәктәпте тамамлауға биш йыл айҡанлы синыфташтарыбыҙҙың осрашыуы булғайны, һине генә таба алманыҡ.
Уныһы ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән:
Мин бит һеҙҙең кеүек иркә бала түгелмен, ярҙамлашырлыҡ
кешем юҡ, баш күтәрмәйенсә эшләйем дә эшләйем, күңел асып йөрөргә ваҡытым юҡ, - тип яуапланы.
Бәхеттәре күккә ашҡан ҡыҙҙар был тупаҫлыҡҡа бәрәбәр ҡырыҫлыҡҡа иғтибар итеп торманылар.
Бер ҡалала төпләнгәс, артабан аралашып йәшәйек, - тип ихлас
күңелдән тәҡдим итте Айһылыу синыфташына.
Ҡарап-ҡарарбыҙ, - тип ҡырт киҫте Сәлимә.
Тормош үҙ яйы менән дауам итте. Йәш ғаиләләр татыу ғына йәшәп киттеләр. Һирәк-һаяҡ ҡына, башлыса байрам ваҡыттарында йә иһә кеменеңдер тыуған көнөндә генә, осраштылар. Оҙаҡламай Айһылыуҙың да, Гөлнисаның да ир балалары тыуҙы. Йыл ярымдан һуң Гөлниса тағы бер малай тапты. Ваҡыт уҙа торҙо, сабыйҙар үҫә торҙо. Йәш атай-инәйҙәр, һәр ҡайһыһы үҙ урынында алдынғыларҙан иҫәпләнеп, ең һыҙғанышып эшләп йөрөнөләр . Айһылыу бөтәһенән дә уҙҙырҙы – фәнни асыш яһаны! Завод сығарған ҡеүәтле “Урал” машиналарының ҡайһы бер деталдәрен ауыр тимер урынына еңел полиуретандан эшләргә тәҡдим итте ул. Был сараның һәр яҡлап та, айырыуса иҡтисад йәһәтенән, отошло буласағын иҫбатланы. “Тимер тутығыусан, сереүсән, ә полиуретан мәңгелек” тип тылҡыны.
Завод етәкселегенә Айһылыуҙың тәҡдиме ифрат оҡшаны, шуға ла директор үҙе йәш белгескә асышына хаҡында патент алырға кәңәш бирҙе. Айһылыу шулай итте лә. Асышы өсөн уға байтаҡ аҡса түләнде, яңы төҙөлгән күркәм йорттан бер бүлмәле фатир ҙа бирелде. Мейәс заводы инженерының асышы хаҡында яҙмаған гәзит-журнал ҡалманы. Төрлө каналдар Айһылыу тураһында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар күрһәтте. Әхирәтенең уңышына ныҡ шатланды Гөлниса! Ике ғаилә ҡыуаныс уртаҡлашырға әлеге лә баяғы ҡала ашханаһына йыйылды. Матур итеп һөйләшеп ултырҙылар, киләсәккә пландар ҡорҙолар. Йырлашып та алдылар. Ашханала тағы: “Беҙҙең ғүмерҙәр өҙөлгән гөлдәр кеүек булмаһын!”тигән йыр ҡушымтаһы яңғыраны. Аҙаҡҡы юлдың бер һүҙен үҙгәртеп: “Беҙҙең ғүмерҙәр өҙөлгән моңдар кеүек булмаһын!” тип тә йырланылар. Таныш тауыштарҙы ишетептер инде, кухнянан Сәлимә килеп сыҡты. Йылмая биреберәк, синыфташтары табын ҡорған өҫтәл эргәһенә яҡынлашты.
О, Айһылыу! Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы инең, хәҙер заводта,
хатта тотош ҡалала сағыу “йондоҙ”ға әүерелдең бит әй! – тип тәтелдәне. – Үҙеңде белмәгән кеше генә түгел, эт тә юҡтыр хәҙер! Бигүк эреләнеп китә күрмә инде!
Эскерһеҙ Айһылыу синыфташының һүҙҙәрен шаярыу тип ҡабул итте. Ә Гөлнисаның күңелен шомланыу тойғоһо биләне. “Беҙҙең менән бергә шатланмай Сәлимә, көнләшә бит ул Айһылыуға!” – тип уйланы ул. Әммә тормоштоң һәр көнөнә ҡыуанып ҡына йәшәгән бәхетле, илгәҙәк ҡатындың шик-шөбһәһе тиҙ арала таралып юҡҡа сыҡты.
Айһылыуҙың берҙән-бер улы, Гөлнисаның өлкәне менән бергә беренсе синыфта уҡый башланылар. Малайҙар икеһе лә белем алырға ынтылып торалар. Атай-инәйҙәренә балаларын мәктәпкә тиклем оҙатып ҡуйыу һәм, дәрестәр тамамланғас, уларҙы ҡаршы алыуҙан тыш, мәшәҡәт теймәй ҙә тип әйтерлек. Ике ғаилә лә, яҙмыштарынан ҡәнәғәт булып, бәхетле һәм татыу ғүмер кисерә. СССР тарҡалыуҙы ла тыныс ҡабул иттеләр. “Ил ни күрһә, шуны күрербеҙ” тигән фәлсәфәгә таяндылар. Шулай ҙа төрлө тарафтарҙа бер-бер артлы төрлө милләт вәкилдәренең үҙҙәренең милли-мәҙәни үҙәктәрен асыуы тәрән уйға һалды уларҙы.
Беҙҙең ҡалабыҙҙа ла шундай ойошма булһын ине, - тип үҙенең
уй-хыялын белдерҙе бер көн Айһылыу.
Үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй инде ул, - тип һүҙгә ҡушылды
Гөлниса. – Әйҙә, тотайыҡ та, үҙебеҙ ойошторайыҡ! Нисек кенә булмаһын – был ерҙәрҙә борон-борондан үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙ көн иткән бит әле!
“Әйткән һүҙ – атҡан уҡ” тигәндәй, әхирәттәр иртәгеһен үк хыялдарын тормошҡа ашыра башланы. Буш сәғәттәрен тотошлай шуға бағышланылар. Уларҙың уй-теләктәрен ихлас хуплаған һәм һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған фекерҙәштәре лә табылды. Нисәмә тупһа тапаны улар! Күпме документтар әҙерләнеләр! Ниһәйәт, машиналар төҙөүселәрҙең мәҙәниәт һарайында “Ирәмәл” тигән башҡорт милли-мәҙәни үҙәге асылды! Тәүге йыйылышҡа ҡала башҡорттары эркелешеп килде. Шул уҡ йыйылышта тиҙҙән Өфөлә уҙасаҡ беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делагаттар һайланылар. Биш кешенән торған исемлектә Айһылыу менән Гөлниса ла бар ине. Бик күпте бирҙе әхирәттәргә Ҡоролтай! “Ирәмәл”дең эшмәкәрлеген артабан ниндәй йүнәлештә алып барырға кәрәклеген асыҡ күҙаллап ҡайтты улар Башҡортостандың баш ҡалаһынан . Бәләкәстән йыр-моң яратҡан Айһылыу башҡорт йыры ансамбле ойошторҙо, бергәләшеп ҡалала башҡорт телендә концерт ҡуйырға әҙерләнделәр. Гөлниса башҡорт теле төркөмө асты һәм бәләкәстәрҙе тыуған телебеҙгә өйрәтте. Рухлы йән эйәләре, улар икеһе лә үҙҙәренең милләт үҫеше өсөн апаруҡ ҡына эш башҡарғандарын яҡшы төшөндөләр. Был уларға, гүйә, ҡанат ҡуйҙы, дәрт-дарман өҫтәне.
Тәүге осорҙа Даян да, Рәшит тә хәләл ефеттәренең әүҙем эшмәкәрлегенә һис ҡаршы килмәнеләр. Киреһенсә, кәрәге сыҡҡанда ярҙамлашырға әҙер торҙолар. Тик был оҙаҡ дауам итмәне. Ҡатындарының эштән һуң тура мәҙәниәт һарайына барыуы, ял көндәрендә лә шунда ынтылыуҙары тора-бара ирҙәрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо тыуҙырҙы. Өҫтәүенә, таныш-тоноштары төртмә телләнә башланы.
Ҡатыныңдан бик уңманың, ахырыһы, яҡташ, - тине Рәшиткә
Бер көн аҙыҡ-түлек кибетенән ҡайтып килгәнендә осраған Рәсих исемле ауылдашы. – Йәмәғәт эштәренән бушамағас, ғаиләһен ҡайғыртырға ваҡыты ҡалмайҙыр инде Гөлнисаңдың. Аҡса алып ҡайтыуың ғына етмәгән, магазиндарға ла үҙең йөрөргә мәжбүрһең...
Улы менән һыу инергә китеп барғанында тап килгән бер элекке хеҙмәттәше:
Айһылыуың кәйеф-сафа ҡороуҙан бушамай, ахырыһы,
малайығыҙ гел үҙең менән, - тип Даяндың да күңеленә ҡотҡо һалды.
Шундайыраҡ хәбәрҙәрҙе күрше-тирәләренән дә ишеткеләнеләр. Бик иғтибар итмәҫкә тырыштылар. Әммә, “тамсы тама – боҙҙо тишә” тигәндәй, яйлап ҡына ирҙәрҙең күңелдәрендә ниндәйҙер шик-шөбһә яралды. Ҡатындарын көнләшә башланы улар...
Йәмле йәй көндәренең бер ялында Айһылыу менән Гөлниса, үҙҙәре ҡалала беренсе тапҡыр уҙғарырға йыйынған милли һабантуйға әҙерләнергә тип, тағы мәҙәниәт һарайына йүнәлделәр. Каникул башланғас, Айһылыуҙың атаһы яратҡан ейәнен ауылға алып ҡайтып киткәйне. Гөлнисаның улдары ҡарттай-ҡәртнәйе менән өйҙә ҡалдылар. Ә Даян менән Рәшит ҡала стадионына футбол ҡарарға барҙылар. Уйын көсөргәнешле булды. Ике дуҫ яратҡан команда йүнләп уйнай алманы, еңелде. Ирҙәрҙең кәйефе ҡырылды. Ҡатындары әлегә өйҙә юҡ, мәҙәниәт һарайындалар, шуға улар ашханаға кереп тамаҡ ялғап сығырға ҡарар иттеләр. Буш өҫтәл табып ултырыуҙары булды, яндарына елтерәп Сәлимә килеп етте. Күҙҙәрен йылтыратып:
Сәйегеҙ эргәһенә мәй кәрәкмәйме? – тип һораны.
Ҡамасауламаҫ ине лә, уны хәҙер көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң
дә табып булмай бит әле, - тип яуапланы Даян.
Теләгән кеше таба ул, бында ла “йәшел йылан” менән йәшерен
генә сауҙа итәләр, - тип аптыратты ирҙәрҙе Сәлимә. – Кәрәк булһа, аҡсағыҙҙы бирегеҙ, хәҙер алып киләм.
Оҙаҡ көттөрмәне ул, тиҙ әйләнде. Ҡулындағы төргәкте Рәшиткә тотторҙо.
Бүтәндәргә күрһәтмәгеҙ, юғиһә миңә “эләгер”, - тине лә, эш
урынына – һауыт-һаба йыуырға йүнәлде.
Даян менән Рәшит шым ғына “байрам иттеләр”. Шешәнең төбө күренеүгә, күҙәтеп кенә торған төҫлө, яндарына “йылп” итеп тағы Сәлимә килеп етте.
+24 °С
Ямғыр



