

Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы (4 сентябрь 1925 йыл — 23 август 1986 йыл) — рәссам. 1972—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының бүлек мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов 1925 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1950 йылда Өфө художество училищеһын, 1956 йылда — В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлай. Мәскәү институтында уның педагогтары — Владимир Григорьевич Цыплаков һәм Василий Прокофьевич Ефанов. Өфөләге уҡытыусылары — рәссамдар Александр Эрастович Тюлькин һәм Порфирий Маркович Лебедев.
Нурмөхәмәтов портретта милли характерҙар галереяһын булдырыусы: РСФСР-ҙың халыҡ артисы Б. Вәлиева (1952), СССР-ҙың халыҡ артисы З. Насретдинова (1955), скульптор М. Якубов (1967), шағирМ. Кәрим (1971), композитор З. Исмәғилев (1974). Жанрлы композициялар эшләүсе: «Батыр тураһында легенда» (1967), «Шәриғәт ҡорбаны» (1969).
1960—1965 һәм 1971—1980 йылдарҙа ул — БАССР-ҙың Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1975 йылда БАССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайлана.