

42 йәшлек Учалы ҡатыны ҡыҙы менән Ҡырымға ял итергә баралар. Ҡайтһалар – өйҙәрендә ноутбук юҡ.
Полиция эштең айышына йәһәт төштө, тип хәбәр итте БР буйынса эске эштәр министрлығы. Баҡһаң, хужабикә менән бергә йәшәгән ир, өй аулаҡ ҡалыуын файҙаланып, 26 йәшлек танышын саҡыра. Күрәһең, эскәндәрҙер инде. Хужа йоҡлап киткәс, ҡунаҡ ноубуты ҡосаҡлай ҙа, сығып ҡаса. Тотолғас, ниңә урлағанын үҙе лә аңлата алмай, ти – эскән булыуына һылтана. Эйе, хәмер эскәндәр шайтан ҡотҡоһона еңелерәк бирелә. . Нисек кенә булмаһын, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә компьютер ошо арала хужабикәһенә ҡайтарыласаҡ.