+22 °С
Ямғыр


5 сентябрь, Өргөн участка лесничествоһы биләмәләрендә урман яна башлай. БР Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ут 0,13 гектарҙы ялмап өлгөрә, 8 кеше, 4 дана техника йәлеп ителеп һүндерелә. Әйткәндәй, кисәнге бөтә Башҡортостанда тик беҙҙә генә яңы урман янғыны теркәлгән...
Ямғырҙар исем өсөн генә булды инде беҙҙә. Ағастар япраҡ ҡойоп, үлән ҡороғас урмандарҙа янғын ҡурҡынысы тағын да нығыраҡ артасаҡ. Ут менән һаҡ булығыҙ!