Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Сентябрь 2021, 06:16

7 проект тормошҡа ашырыла

Урам яҡтыртыуы яңыртыласаҡ, ауыл мәҙәниәт йорттары ремонтлана, күп фатирлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелә.

7 проект тормошҡа ашырыла7 проект тормошҡа ашырыла
7 проект тормошҡа ашырыла

 

 Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы буйынса  Учалыла быйыл 7 проект тормошҡа ашырыласаҡ, тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ( https://vk.com/ruslangilyazetdinov ). Ғәлиәхмәр, Көсөк, Ҡәйепҡол, Тунғатар, Рысай, Юлдаш ауылдарында, Учалы ҡалаһында урам яҡтыртыуы яңыртыласаҡ, ауыл мәҙәниәт йорттары ремонтлана, күп фатирлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелә.

2014 йылдан алып  был программа буйынса Учалы районында һәммәһе 97 проект уңышлы тормошҡа ашырылды, ауылдарыбыҙ йәмләндерелде.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас