

“Трактор” айлығы тамамланды. Үҙйөрөшлө машиналар (башлыса – тракторҙар) торошо, уларҙы эксплуатациялағанда тәртип күҙәтелеүе тикшерелә. Был беҙҙең төбәк өсөн айырыуса актуаль. Учалы районы буйынса “Гостехнадзор” инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторы Вилора Фәхретдинова билдәләүенсә, бөтә Башҡортостанды алғанда, фәҡәт беҙҙә шәхси ҡулдарҙа иң күп трактор иҫәпләнә – 1850 дана. Дөйөм алғанда – 2100 үҙйөрөшлө машина.
Үкенес, айлыҡ ваҡытында ойошторолған рейдтар байтаҡ етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Шул иҫәптән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәү – 1, теркәлмәгән техниканы ҡулланыу – 7, техник ҡарау үтмәгән тракторҙарҙы файҙаланыу – 15 осраҡ. Шулай уҡ 8 кеше тейешле таныҡлығы булмайынса, 7 механизатор ОСАГО страховка полисы булмайынса үҙйөрөшлө машиналар менән идара итеп тотола.
Административ яуаплылыҡ тураһында 39 протокол төҙөлгән.