

Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы (7 сентябрь 1952 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2012) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).
Георгий Ғәйниәхмәт улы Калитов 1952 йылдың 7 сентябрендә БАССР-ҙың Балтас районы Түбәнге Иванай ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуған[1] . Ике өлкән ағалы-ҡустыларҙы туғыҙ-ун йәштәре тулғас, балалар йорто янындағы интернатҡа уҡырға урынлаштыралар. 1963 йылдан 1967 йылға тиклем Георгий Калитов ағаһы Сережа менән Бөрөләге 1-се балалар йортонда тәрбиәләнә.
Мәктәптең 8 класын тамамлағандан һуң «Ағиҙел» фирмаһының Бөрө художество әйберҙәр фабрикаһында бер йыл тирәһе ағас һырлаусыһы булып эшләй. 1968 йылда Георгий Калитов Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә. Уның уҡытыусылары Л. Н. Самарина, К. П. Чапругина, Р. М. Нурмөхәмәтовалар була.
1972 йылда Георгий Ғәйниәхмәт улы Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлеген тамамлай.
Армия хеҙмәтенән һуң тыуған ауылына ҡайта, клуб мөдире, рәссам, спектаклдәр һәм концерттар ҡуйыусы, 1974-1975 йылдарҙа Иванай урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
1975 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый һәм уны 1980 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. «Алкинда көҙ. Хәрби төҙөүселәр» картинаһы диплом эше була.
1980—1993 йылдарҙа БАССР Рәссамдар союзының Художество фондында эшләй. Рәссамдар бригадаларына етәкселек итеп, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Красноусолда ижад итә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы тамаша залы плафонын (1987), «Башҡортостан моңдары» витраждарын (арх. А. В. Печеркин), төҫлө быяла менән Башҡорт дәүләт филармонияһын (1985) биҙәй. 1985 йылдан 2017 йылға тиклем — Өфө сәнғәт училищеһында художество бүлегендә, 1994—1997 йылдарҙа, 2003 йылдан 2005 йылға тиклем — бер үк ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт интститутында уҡытыусы булып эшләй.
Станокта башҡарылған (һынлы сәнғәт, графика), монументаль сәнғәте, китап иллюстрациялау, театр сәнғәте өлкәләрендә, ҡуйыусы-рәссам булараҡ (Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры өсөн биш спектакль, шул иҫәптән, Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса, 1999) ижад итте.
Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.