

8 сентябрь - Хәрби дан көнө: Рәсәй империяһы армияһының 1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышында француздарҙы ҡыйратыуы иҫтәлегенә.
Был ваҡиға тураһында берәйһендә халыҡ йыры әлегә тиклем һаҡлана микән? Башҡорттарҙа бар!
Риүәйәт буйынса, Бородино һуғышынан һуң генерал-фельдмаршал М. И. Кутузов башҡорт полкының командиры Ҡаһым түрәне (1778-1813) саҡырып ала һәм батырлығы өсөн: "Любезные вы мои башкирцы, молодцы!" - тип маҡтай. Ҡаһым түрә был турала яуҙаштарына һөйләй һәм улар дәртләнеп йыр ижад итә. Был йырҙың куплеты: "Любезники, любизар, молодец, молодец" тип ҡабатлана. Йырҙа Рәсәйҙән Наполеондың ғәскәрҙәрен ҡыуып, Париж ҡалаһына барып еткән урыҫ һәм башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы һүрәтләнә. "Любизар" йыры 19 быуатта яҙып алынған. Н. Берг төҙөгән "Песни разных народов" йырҙар йыйынтығына (М., 1854) индерелгән. Йырҙың бер вариантын Ф Туйкин яҙып алған һәм үҙенең "Ватан Геройҙары" тигән китабына индергән.