

#Ихахай Көләмәс
Егет урамда матур ҡыҙ күреп, нисек танышырға, тип икеләнә. Тәжрибәлерәк иптәшенең кәңәшен тыңлап, шаян һорау менән һүҙ башламаҡсы була:
-Һылыуҡай, һеҙҙең әсәйегеҙгә минең кеүек шәп кейәү кәрәкмәйме?
Ҡыҙ сетерекле һорауға бер ҙә ҡойолоп ҡалмай. Шатлыҡлы йылмайып, егетте ҡулынан эләктереп ала ла, һөйрәтеп тигәндәй өйөнә алып китә. Юл ыңғайы эштең айышына төшөндөрә: "Әсәйемә кейәү күптән кәрәк -оло апайым иллегә етеп килә, һаман тормошта түгел!"
Һүрәт алынды -https://pressa.tv/demotivatori/116558-demotivatory.html