

14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙың электрон «Пушкин карта»һын алыу мөмкинлеге бар. Унда быйыл Рәсәйҙәге мәҙәни сараларға барыу өсөн өс мең һум аҡса бар.
Картанан файҙаланыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» махсус мобиль ҡушымтаһында теркәлергә кәрәк. Карта виртуаль итеп эшләнә һәм махсус ҡушымта аша ғына ғәмәлдә. Бынан тыш, проекттың операторы «Почта Банк» ғариза буйынса пластик карта биреүе ихтимал.
Был аҡсаны мәҙәни ялға: музейға, театрға, галереяға, филармонияға, консерваторияға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына ғына тотонорға ярай. Әммә «Пушкин карта»һына үҙаллы аҡса һалып булмай, картаға аҡсаны йылына бер тапҡыр дәүләт күсерә.
Башҡортостанда 21 дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы «Пушкин картаһы» программаһын ғәмәлгә ашырыуға ҡушылды, улар араһында 17 театр-концерт ойошмаһы һәм 4 музей бар. Республикала Эксперт советы булдырылған, ул теге йәки был ваҡиғаның «Пушкин карта»һы программаһында ҡатнашыуы тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.
«Бөгөнгә беҙҙең республика буйынса порталда 300-ҙән ашыу сара (спектаклдәр, концерттар, күргәҙмәләр) урынлаштырылған. Киләсәктә китапханаларҙы йәлеп итеү күҙаллана. Карта алған йәштәр илебеҙҙең теләһә ниндәй төбәгендә мәҙәниәт учреждениеһын һайлау хоҡуғына эйә, сөнки был - федераль проект», — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/bash/1638565/?sphrase_id=16950022