

8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура бәйләнеш үткәрҙе, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Шул иҫәптән, быйыл тотош республика афәтенә әүерелгән янғындар хаҡында ла һүҙ булды. Әйткәндәй, бөгөн Баймаҡ районындағы 620 гектар майҙанды биләгән ҙур янғын һүндерелгән, әлеге ваҡытта республика биләмәһендә ҙур ут сығанағы юҡ.
«Төп эш утты локалләштереүгә йүнәлтелгәнгә, янғындар тулыһынса һүндерелде. Әгәр былай булмаһа, беҙ 50 мең гектар урманды юғалтыр инек. Янғын һүндереүселәргә, шулай уҡ утты һүндереүгә сыҡҡан барлыҡ кешеләргә лә ҙур рәхмәт», – тине Радий Хәбиров һөйләшеү барышында.
Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, ирекмәндәр төркөмөн ойоштороусы Тимерйән Рәжәпов ошо асыҡ һөйләшеүгә ҡарата түбәндәге фекерен белдерҙе:
– Мин дә республика етәксеһе Радий Фәрит улы әйткәндәргә ҡушылып, шул һүҙҙәрҙе еткергем килә. Пандемия башланған осорҙа, 2020 йылдың 30 мартында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ойошторолған Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге мобиль ирекмәндәр отряде төҙөнөк һәм мохтаж булған кешеләргә ярҙам итергә ҡарар ҡылдыҡ. Беҙҙең отрядҡа Афған, Чечня һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ир-егеттәр тупланды. Был егеттәр үҙҙәренең “тимер аттарында” дүрт меңгә яҡын үтенесте үтәне. Баймаҡ, Әбйәлил,Бөрйән, Белорет, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Нуриман, Иглин райондарына аҙыҡ-түлек йыйылмалары мохтаждарға, өлкән апай-ағайҙарға таратып бирелде.
Быйыл үҙебеҙҙең ирекмәндәр отряды менән Бөрйән районында башланған янғындар ваҡытында ут һүндерергә барҙыҡ, Хәйбулла райондарында сыҡҡан утлы афәтте һүндереүҙә лә ҡатнаштыҡ.
Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән һәм Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды республикала ҙур эштәр алып бара. Янғындан зыян күргән алты балалы Вәлиевтар ғаиләһенә ярҙам итеүҙе һорап, Радий Фәрит улына мөржәғәт иткәйнем. Улар йортло булды. Ирекмәндәр отрядтары республикала күп эштәр башҡара, халыҡҡа һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Эшләйһе эштәр күп әле. Берҙәмлектә – көс, берҙәм булһаҡ ауырлыҡтарҙы һәр ваҡыт еңеп сығырбыҙ, дуҫтар.
Сығанаҡ: Ҡоролтай/Курултай
https://vk.com/wall-109622739_39940?w=wall-109622739_39940