

Ғүмер уҙа,
Яңы тыуған сабый
Йүгереп үтте әле урамдан.
Эй,был тормош!
Ябай булһа ла бит
Ҡатмарлана беҙҙең уйҙарҙан.
Китеп барған ерҙән
Туҡтап ҡалам,
Был донъяла үҙем кем булдым?
Ниҙе алып
Ниҙе бирер өсөн,
Нимә өсөн ергә мин тыуҙым?
Ҡайнап торған тормош майҙанында
Була алырмынмы икән үҙ?
Ҡулға ҡәләм алһам
Яңы фекер,
Әйтә алырмынмы
Яңы һүҙ?
Бөгөлмәй ҙә ҡайын
Һығылмай ҙа
Уйылғанда кеше уйҙарҙан.
Эй,был ғүмер,
Яңы тыуған сабый
Йүгереп үтте әле урамдан...
Гүзәл Сиражетдинова, https://vk.com/id236499416