Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Сентябрь 2021, 09:19

"Шуның өсөн күҙҙәреңдән Сихри нур аға".

Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙың шиғыры

"Шуның өсөн күҙҙәреңдән Сихри нур аға"."Шуның өсөн күҙҙәреңдән Сихри нур аға".
"Шуның өсөн күҙҙәреңдән Сихри нур аға".

Вәсилә ҡыҙыма.

Көҙҙөң ҡояшлы көнөндә
Тыуҙың донъяға.
Шуның өсөн күҙҙәреңдән
Сихри нур аға.
Һин шатлыҡ, өмөт өҫтәйһең
Күңел хисемә.
Тәүфиҡле һәм матур булып
Үҫ һин, Вәсилә.
Һине оҙаҡ күрмәй торһам,
Күҙҙәр йәшкәҙәй.
Ҡыҙым, ергә матурлыҡ сәс
Зәңгәр сәскәләй.
Балалар һәм ейәндәр тип,
Шөкөр, йәшәлә.
...Ғүмерле һәм бәхетле бул
Ҡыҙым, Вәсилә!

  Рамай Ҡаһир, https://vk.com/id470811619

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас