

Кирәбе лесничествоһындағы “Урал-Тау” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейд үткәргәндә, законһыҙ рәүештә байтаҡ ҡарағай киҫелгән урынға тап булалар.
“Ирәмәл” тәбиғәт паркы директоры вазифаһын башҡарыусы Мирдар Дияров әйтеүенсә, оператив-эҙләү саралары менән асыҡлана: урындағы Кирәбе ауылы кешеләре күрәләтә закон боҙа, ағасты эшҡыуарға һаталар. Зыян яҡынса 8 миллион һум күләмендә төҫмөрләнә!
Әйткәндәй, яңыраҡ Байһаҡал ауылы кешеһе лә “Ирәмәл” паркы биләмәләрендә башбаштаҡлы рәүештә ҡайын ҡырҡыуы асыҡланған.
Был осраҡтар буйынса тейешле органдарға мөрәжәғәттәр яһалған, яза ҡаты буласағы алдан билдәле...
Мирдар Руслан улы барыһын да иҫкәртте - тәбиғәткә килтергән зыянды ҡаплауҙан тыш, ғәйеплеләр енәйәт яуаплылығына ла тарттырыла. РФ Енәйәт кодексының 262-се статьяһы буйынса, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре режимын боҙоп, әһәмиәтле зыян яһаған граждандарға 200 мең һумға тиклем штраф һалына, 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителеүҙәре лә мөмкин.
Исмаһам, тәбиғи парк- заказник биләмәләрендә тәртип боҙмайыҡ инде, яҡташтар, исмаһам, ошо “утрауҙарҙа” ғиффәтле тәбиғәт өлгөләре ҡалһын!