Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Сентябрь 2021, 02:47

Ҡоштар йылы яҡҡа оса, киҙеү тарата

Ҡаҙ-өйрәктәрҙе һыу буйына сығармағыҙ!

Ҡоштар йылы яҡҡа оса, киҙеү таратаҠоштар йылы яҡҡа оса, киҙеү тарата
Ҡоштар йылы яҡҡа оса, киҙеү тарата


Учалы ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Әлхәмов халыҡты иҫкәртте - Силәбе ҡалаһы зоопаркындағы аҡҡоштарҙа, Увельский һәм Ҡонашаҡ райондары йорт хужалыҡтарында ҡош киҙеүе (птичий грипп) осраҡтары асыҡланған. Дөрөҫ, әлегә был сирҙең кешегә йоғоу осраҡтары саманан тыш күп түгел, ләкин күсәренән ысҡынған донъяла микроорганизм мутация кисермәй, тип бер кем дә гарантия бирә алмаҫ... Ә икенсенән, киҙеү беҙҙә лә тарала икән (Хоҙай һаҡлаһын!) , ҡош-ҡортто үлтереп яндырыуҙан башҡа әмәл ҡалмаясаҡ. Районыбыҙҙа бөгөн 46 мең баштан ашыу ҡош-ҡорт аҫрала. Ни эшләргә?
-Һалыуҙың төп тарлаыу юлы – көньяҡҡа осҡан ҡырағай ҡоштар, - ти Самат Туҡай улы.- Тимәк, әленән октябрь урталарына тиклем ҡаҙ-өйрәктәрҙе һыу буйына сығармайынса тик аҙбар эстәрендә аҫрар кәрәк. Ихата тирәһендә осҡолаған күгәрсен-турғай менән дә контакттарға юл ҡуймау талап ителә. Аҙыҡты бешекләп ашатыу маҡсатҡа ярашлы. Хәүефле төбәктәрҙән килгән ем алғанда һаҡлыҡ ҡамасауламаҫ. Ҡош-ҡорт ауырыуға саҡ ҡына шик булһа, шундуҡ ветеринарҙар саҡырығыҙ. Әйткәндәй, күрше өлкәнән тикшерелмәгән аҙыҡ-түлек, ем, ҡош-ҡорт ташылмаһын өсөн Ҡорама янында ЮХХДИ һәм ветеринария хеҙмәткәрҙәренән пост ҡуйылды ла инде.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас