

Өс ҡыҙ тимер юл буйлап барғанда, ажғырып килгән ике поезд араһында ҡала. Ситтән ҡарап тороусылар уларҙың өсөһө лә үлгәндер тип уйлай. Әммә, ғәжәп, өс ҡыҙ ҙа иҫән-һау була.
Ҡыҙҙар янында йөрөгән шайтандар үҙ-ара бәхәсләшә башлай.
-Һин ниңә беренсе ҡыҙҙы поезд аҫтына ташламаның? - ти бер шайтан икенсеһенә.
-Ташларһың, ул иртән намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән килешеү төҙөп ҡуйған, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай, - ти шайтан.
- Ә ниңә икенсеһен ырғытманың?
-Ырғытырһың. Уныһы юлға сыҡҡанда өс ҡат Аятил Көрсине уҡып сыға, тейеп булмай уға, - ти.
- Ә өсөнсө ҡыҙ ни Аллаһҡа, ни муллаға ышанмай, ниңә уны ташламаның?- тип асыулана шайтан иптәшенә.
-Уныһы шулай ҙа ул, тик ул ишектән сыҡап киткәндә әсәһе: “Балаҡайым, иҫән-һау йөрөп ҡайт, Аллаһы Тәғәлә һине рәхмәтенән ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн”,-тип доға ҡыла шул. Уға нисек тейеп була?-ти.
Балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ һәм үҙебеҙ ҙә доғалы, имен-һау булайыҡ!
https://ataisal.com/articles/t-rbi/2021-08-29/do-a-k-s-2484528?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=39548826