Ветеринария хеҙмәткәрҙәренең әле ҡыҙыу мәле – 1 сентябрҙән көҙгө эшкәртеү кампанияһы старт алды. Ветстанция начальнигы Радис Таһировтың һүҙенән, 21 мең баш һыйыр малы, 13 мең баш һарыҡ-кәзә, 5600 баш йылҡы, 3100 эт һәм 2700 бесәйҙе хеҙмәтләндереү бурысы тора: ҡотороу, Себер язваһы, модуляр дерматитҡа ҡаршы вацинация, бруцеллез һәм туберкулезға ҡан тикшереү. Эш ойошҡан рәүештә, әүҙем бара.
“Кешенән айырмалы рәүештә, мал вакцинациянан баш тарта алмай. Ә бына һеҙ үҙегеҙ ковидҡа ҡаршы укол яһаттығыҙмы?” – тигән сетереклерәк һорауға әңгәмәсебеҙ бер ҙә аптыраманы, “Әлбиттә! Беренселәрҙән булып ҡуйҙырҙым. Станциябыҙҙа 80 процент кешеләр вакцинацияланды. Сирҙе еңеүҙең берҙән-бер әмәле был. Көндәлек эштә күреп торабыҙ бит – вакцина яһалған икән, мал сәләмәт, юҡ икән – тиҙ генә инфекция эләктереп бара. Кеше ни, мал ни, биохимия йәһәтенән әллә ни айырмаларыбыҙ юҡ!”- тип ҡырт киҫте. Аҡыллыға – ишара!
Ғөмүмән, ветстанцияла эштәр көйлө бара. Клиника асылыу тураһында яҙҙыҡ инде, ҡабатланып тормайыҡ. Башҡортостандың 500-ләп ветучасткаһы араһында призер булыуыбыҙ ҙа ҡыуаныслы. Ураҙ участкаһы "Иң яҡшы дәүләт ветеринария учреждениеһы" конкурсында 2-се урынға сыҡты, 250 мең һумға сертификат менән бүләкләнде.
-2019 йыл Ахун участкаһы – II, былтыр Иманғол – I урын алғайны, лайыҡлы рәүештә яуланған еңеүҙәр. Идаралыҡ начальнигы яҡташыбыҙ Азат Йыһаншин булғас, беҙгә ярҙам да тос күрһәтелә, шул уҡ уҡ ваҡытта контроль да көслө, - тип йылмайҙы әңгәмәсебеҙ. – Ураҙ участкаһы етәксеһе – Ирмит Астанов, санитарка – Римма Харисова, яуаплы, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр, бурыстарын һәр саҡ еренә еткереп башҡаралар.
Эйе, матди база нығына бара. Һуңғы өс йылда Сәфәр, Иманғол, Ураҙ пункттарының ҡыйыҡтары алмаштырыла (көн ирек бирһә, быйыл Учалы ауылында ла ошо эшкә тотонасаҡтар), бөтә ветучасткалар яңы һыуытҡыстар, компьютерҙар менән тәъмин ителде, былтыр 5 модулле ветпункт ҡалҡып сыҡты һәм башҡа күп. Бөгөнгө көндә Радис Әмирхан улын иң борсоған проблема – кадрҙар мәсьәләһе. “Ҡарт гвардияға” алмашҡа йәштәр килергә ашыҡмай. Учалы мал табиптары был йәһәттә лә мониторинг алып бара икән. 2020 йыл Аграр университеттың ветеринария факультетын 3 яҡташыбыҙ тамамлаған, тик егет эшҡыуар булып китә, ике ҡыҙ Өфөлә ҡала; быйыл иһә ике дипломлы ҡыҙ ҙа баш ҡалала урынлашыуҙы хуп күрә. Нишләйһең инде, иреклегә - ирек. Ҙур ҡала дауаханаһында тоҡомло эт-бесәйҙе ҡарау ажғырып торған айғырҙың ҡанын алыуҙан еңелерәк. Һәм аҡсалыраҡтыр ҙа. Ә бит беҙҙең ветстанцияла ла уртаса эш хаҡы – 29 мең һум, бер ҙә насар түгел.
-Ауыл йәштәренә мөрәжәғәт итәм: беҙгә килегеҙ, алдан өс яҡлы килешеү төҙөһәк (университет-ветстанция-абитуриент), уҡырға инеү бер ниндәй ҡыйынлыҡ килтермәҫ. Бер генә шарт – диплом алғас күпмелер ваҡыт тыуған районда хеҙмәт итеү, - тип өндәне әңгәмә аҙағында Радис Таһиров. Ҡолаҡ һалығыҙ! Юрист йә иҡтисадсы дипломы менән сауҙа үҙәктәрендә һатыусы булып йүгерекләгәнсе, ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла берсә талап ителгән ышаныслы һөнәр алыу өҫтөнөрәктер.