

Башҡортостан поликлиникалар төҙөү һәм ремонтлау өсөн федераль бюджеттан 24 млн һум аҡса аласаҡ. Был хаҡта тура эфир барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.
"Беренсел звенола 2025 йылға тиклем хәлде яҡшырта алырбыҙ. Был аҡса яңы поликлиникалар төҙөүгә, шулай уҡ булғандарын ремонтлауға тотоноласаҡ", - тип билдәләй Башлыҡ.
Беренсел звеноны яңыртыу программаһы буйынса республикабыҙҙа 490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, "Земство фельдшеры", "Земство докторы" программалары ла эшләй.