

РФ Президенты указы менән Евгений Зиничевҡа Рәсәй Федерацияһы Герой исеме бирелде. Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм һәләкәт эҙемтәләрен ликвидациялау министры һуңғы һулышына тиклем ир һәм ҡотҡарыусы бурысына тоғро ҡала бит. Красноярск крайындағы Путоран заповеднигында булғандарында (ҙур күнекмәләр үткәрелгән була), кинооператор тәбиғәт матурлығын яҡшыраҡ төшөрөү өсөн шарлауыҡ ҡаяһының ситенә баҫа, аяғы тайып ҡолай башлай. Уны ҡотҡарырға уҡталған министр үҙе лә йығыла, икеһе лә һәләк булдылар – Китабо-Орон шарлауығының бейеклеге 27 метр икән. Евгениә Николаевичҡа быйыл 56 йәш тулғайны, ауыр тупрағы еңел булһын: көнө бөткән икән, был донъянан бик лайыҡлы китте.....
Санкт-Петербургта РФ Дәүләт Думаһы менән бер юлы ҡаланың Закон сығарыу палатаһына ла һайлауһар үтә. Тап ошо кампанияла политтехнологтар ҡулланған ысул барыһын да шаңҡытты. Ҡыҫҡаһы, Борис Вишневсиҙың ике конкуренты кинәт кенә исем-шәрифтәрен Быков менән Шмелевтан Борис Вишневскийға үҙгәрттеләр. Был ғына етмәгән, төҫ-ҡиәфәттәрен дә сәйәси көндәштәренеке кеүек үҙгәртәләр (һаҡал-мыйыҡ, прическа). Хәҙер аталарының исемдәре буйынса ғына айырылалар – “ысын” Вишневский – Лазаревич, тегеләре – Иванович һәм Геннадьевич. Һайлаусылар ныҡ буталасағы алдан билдәле! Закон тыймағас, бер нисек ҡаршы тороп булмай был мутлыҡҡа. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Элла Памфилова был хәлде “хурлыҡ” тип баһаланы, яҡын киләсәктә ошо тәңгәлдә һайлау тураһында закондарға төҙәтмә-үҙгәреш индереү юлланасаҡ.
31-се тапҡыр, пандемия арҡаһында онлайн рәүештә Шнобель премияһын тапшырыу үтте. Иң сәйер булып тойолған фән тикшереүҙәре өсөн күптән әйләнештән алынған 10 триллион долларлыҡ ҡағыҙ аҡса бирәләр. Зимбабве тигән Африка иленеке, мәрәкә өсөн. Рәсәй ситтә ҡалманы – Павел Блавацкий асыҡлаған: ришүәтселек күберәк булған һайын хөкүмәт ағзалары тәнгә таҙараҡ була икән. Халыҡ былай ҙа белгән хәҡиҡәт статистик математика менән дә раҫланды. Ә АҠШ ғалимдары асыҡлай – һаҡаллы кешенең яңағына тотндоралар икән, уҫмаҡ көсө 30 процентҡа кәмей. Хәҙер боксерҙар һаҡал үҫтерә башлар микән?
Епископ – христиан диненд бик юғары дәрәжә. Белемле һәм әүҙем булғас, Ксавье Новелл әфәнде был вазифаға 41 йәшендә тәғәйенләнеп (2010 йыл), Испанияла иң йәш епископ була. Тик бына әлеге мәл дин эшмәкрлегенән ситләшеп, агроном булырға йыйына. Бар сәбәп – яҙыусы ҡатын менән мәхәббәт ҡабынып киткән, уныһы әҙәпһеҙ романдары менән яман дан алған, ти. Шулай инде, әҙәм балаһы һуңғы һулышына тиклем һыналалыр.
Бөтә тарихта Италияла быйыл иң эҫе йәй теркәлде. Сиракузы ҡалаһында температура 48,8 градусҡа тиклем күтәрелгән була. Рим Папаһы Франциск әфәнде Италия төрмәләре тотҡондарына 15 мең дана туңдырма ебәрткән икән. Әйткәндәй, беҙҙә генә һыуыҡ, шул уҡ Сиракзыла әле лә 30 градус самаһы.
Һиндостанда 65 йәшлек Зарефа Ян ханым шиғырҙар ижад итә. Тик бына уҡый-яҙа белмәй, шуға ла үҙенең алфавитын уйлап сығарған, ти. Әҫәрҙәрен төрлө диаметрҙағы түңәрәктәр ярҙамында теркәй бара. Һирәк ҡулланылған кашмир телендә ижад иткәс, һаман хәлдең айышына төшөнә алмайҙар – әллә ысынлап та яңы алфавит ҡуллана, әллә бөтә шиғырҙарын яттан хәтерләп, кеше башын бутай. Ирекһеҙҙән көләмәс иҫкә төшә - бер коммерсант һүрәт төшөргән рәссамды күреп ҡала ла, бәләкәй малайына әйтә икән:”Тырыш, улым, бай бул. Фотоаппарат алырға ла аҡсаң юҡ икән, бына бит нисек интегергә тура килә!”
Салауат районында 16 йәшлек егет һыйыр көткәндә мамонт тешен таба. Баҡһаң, йылға яры ямғырҙарҙан ишелеп, боронғо йәнлек һөлдәләре бында килеп сыҡҡылай икән. Үҫмер табышты ни эшләтеү тураһында уйлай, ти, берәй коллекционерға һатһа,тиҫтәләп мең һум алыуы ихтимал.