

Районыбыҙҙа 31 һәм 32 йәшлек ир бер ауылдан икенсеһенә юлланған булалар. Юл буйында кафе тап була, төнгө ваҡыт сәбәпле бикләнгән була. Дуҫтарҙың һис тә иҫе китмәй – нисектер үтеп инәләр ҙә, БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 2 йәшник һыра, закускаға чипсылар, тәмәке һәм 3 мең һум аҡсаны сәлдерәләр.
Бер йәшник һыраны йылға буйына төшөп һемерәләр, икенсеһен һуңынан полиция тартып ала. Шулай уҡ аҡса менән барсетка (ирҙәр муҡсаһы) конфискациялана.
“Бахмур” бик ҡаты булырҙыр – енәйәт эше ҡуҙғатылды.